Мин быны аптырағандан яҙам. Элек техосмотр ваҡытында медицина тикшереүе үтә инек. Яңыраҡ праваны алмаштырғанда ла үттем. Былай йәмғиәткә зыян итерлек бер ауырыуым да юҡ. Үҙемде яҡшы тоям. Тик Холодный Ключ ФАП-ы фельдшеры яфалай бит мине: «Нишләп медпунктҡа йөрөмәйһең?» - ти. Ауырымаған көйөмә ниңә мин унда йөрөргә тейешмен? Алйот түгелмен дә инде. Холодный Ключ фельдшерына ФАП-ҡа йөрөүҙән баш тартып ғариза яҙҙым. Әммә ләкин мин бер ҡасан да врач ярҙамынан баш тартмаясаҡмын. Ауырып- фәлән китһәм йә үҙемде насар тойһам, әлбиттә, фельдшерға мөрәжәғәт итәсәкмен. Мин ауырымайым икән, фельдшерыбыҙ ҙа ҡыуанырға ғына тейеш.
Оло йәштәге кешеләр менән һөйләшеп, аралашып торам. Береһе шулай тип зарланды: «Ауылға врачтар килгәндә ҡаралырға барһам, 3-4 мең һумлыҡ дарыуҙар яҙып китәләр. Ҡулыма 8 мең һум пенсия алам. Шуның 4 мең һумға яҡынын газ, свет өсөн түләйем. Ә дарыуҙарының, дөрөҫөн әйткәндә, әллә ни файҙаһы теймәй. Мин ай буйына нимәгә йәшәргә тейеш? Шул турала хөкүмәттә ултырғандар әҙерәк кенә уйлаймы икән?»
Зыяратҡа барып керһәң, шаҡ ҡатаһың: унда 45 йәштән 50-60 йәшкә тиклемге ирҙәр баҡыйлыҡта ята. Һуңғы йылдарҙа мәрхүм булғандары араһынан 70-80 йәштәгеләре бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ауылыбыҙҙың данлыҡлы көрәшселәре Шәүрәт ағай 56 йәшендә, Рауил Хәсәнов 45-тә, Миңлебулат Ҡаҙбаев 60-та вафат булды. Минислам Рәжәпов менән Лотфрахман Яҡыбаевтар ҙа баҡыйлыҡҡа иртә күсте. Бер ун йыл эсендә генә зыяратты бына шундай 40-лап кеше һуңғы төйәге итте. Был ниндәй хәл? Ҡайһы ғына зыяратҡа аяҡ баҫһаң да, шул бер үк күренеш. Врачтарға шуны әйтмәксе булам: 78 йәштә булһам да, әгәр кәрәк икән, мин һеҙгә үҙем килеп күренермен. Һеҙ лутсы бына йәш, урта быуын кешеләренең һаулығын ныҡлап тикшерегеҙ. Юғиһә, себен урынына ҡырыла бит халыҡ. Ҡайҙа табан барабыҙ беҙ, ә?! Уның менән пенсия йәшен күтәреп ҡуйҙылар. Халыҡтың ғүмер оҙонлоғо арта, тип лаф оралар. 80+, имеш. Тот ҡапсығыңды! -50-60-тан үтә алмайбыҙ. Бына тигән ирҙәребеҙ күҙ алдында ятып үлә. Мин ҡарт кеше менән булышҡансы ана шуларҙың һаулығын ҡайғыртһағыҙ ине һеҙ, врачтар. Демографик хәл үтә лә мөшөкөл икән, ул саҡта һеҙҙең Гиппократ антығыҙ ни бысағыма кәрәк?!