Дәүләтебеҙҙә уйламағанда-көтмәгәндә шулай пенсия реформаһының килеп сығыуы илдә планлы иҡтисадтың булмауы менән бәйле.
Иҡтисад һәм сәнәғәттең үҫеше үҙағышына ҡуйылған, дөрөҫөн әйткәндә, ул олигархтар, эре эшҡыуарҙар ҡулында. Күпселек кеше хәҙер шуларҙың ҡул аҫтында эшләй, эш хаҡын конвертта ала, бына шуға күрә пенсия фондына аҡса аҙ инә. Былай барһа, бер биш йылдан пенсия фондының янсығы бөтөнләй кәмер, беҙ, пенсионерҙар, ауыҙыбыҙҙы сөйгә элеп ултырырбыҙмы икән? Хөкүмәттең пенсия түләргә ҡулынан килмәҫ, шулай итеп Пенсия фонды ла бөтөр ул, тип уйлайым мин. Был - беренсенән.
Икенсенән, пенсия йәшен арттырғанда кешеләрҙең һөнәр үҙенсәлектәре бөтөнләй ҙә иҫәпкә алынманы. Ауыл хужалығы өлкәһендә ғүмер буйы тракторсы, малсы булған ирҙәрҙең 65, һауынсы булған ҡатындарҙың 60 йәшкә тиклем эшләргә ҡайҙан һаулыҡтары етһен. Был турала минән, ауыл докторынан, һорағыҙ. Шунан 65 йәшендә пенсияға сығып ауыл кешеһе күпме генә йәшәй инде? Бына Мораптал ауыл биләмәһен генә алып ҡарайыҡ. Унда 3 меңгә яҡын кеше йәшәй. Шуларҙан 60 йәшкә тиклем 777 кеше килеп етә, 125-е ир-ат, 257-һе - ҡатын-ҡыҙ. 60-тан 70-кә тиклем 28 генә ир-ат, 78 генә ҡатын-ҡыҙ килеп етә. 28 ир-ат, тимәк, 1 % ҡына. 78 ҡатын-ҡыҙ 4-5 %-ты тәшкил итә. Шулай булғас, нисә генә кеше пенсия ала була инде? Был ауыл советы биләмәһендә 80 йәшкә еткән ирҙәрҙән 500 кешегә 1-әү тура килә. Көйөргәҙе, Урта Бабалар, Красный Маяк ауылдарында 80 йәшкә еткән ирҙәр бөтөнләй юҡ, Түбәнге Бабаларҙа улар - өсәү, Яҡутта - икәү, Ҡотлоюлда - өсәү, Ҡалтала - берәү. Ниндәй һиңә 80+ тураһында һүҙ алып барыу мөмкинлеге булһын?! Мораптал ауыл советы биләмәһе социаль-иҡтисади яҡтан үҫешкән биләмә иҫәпләнә бит. Ә төпкөл ауылдар нишләй икән? Ирҙәрҙең 80 йәшкә тиклем ошолай бик аҙ ҡалыуы, уларҙы һанарға бер ҡулдың бармаҡтары артығы менән етеүе кешеләрҙең матди тормошоноң бик тә хөрт икәнлеге хаҡында ҡысҡырып тора. Матди яҡтың насарлығы кешеләргә әхләҡи яҡтан да кире йоғонто яһамай ҡалмай.
Хәҙерге көндә ҡайһы бер эшләп йөрөүселәрҙең эш хаҡы пенсионерҙарҙыҡынан кәм. Тамаҡ аҫырарға ла саҡ-саҡ етә йә етмәй. Уларҙан пенсия фондына күпме генә иғәнә күсә? Шунан уларға Хөкүмәт киләсәктә ниндәй күләмдә пенсия билдәләйәсәк? Уйлаһаң, уйылып китерлек бит.
Чиновниктар йыл башында торалар ҙа, пенсия арттырҙыҡ, тип ауыҙ күтәреп хәбәр һөйләйҙәр. Пенсия арттырыу менән пенсияны компенсациялауҙы бутамаһындар ине түрәләр.
Ҡыҫҡаһы, был пенсия реформаһының файҙаһынан бигерәк кире яҡтары күп. Ул көслөк менән индерелде. Ә көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ.