Илдең йыллыҡ бюджеты ҡабул ителде. Ул 20 триллион һум тәшкил итә. Минеңсә, был аҙ. Ни өсөн? Сөнки Рәсәйҙең 200 олигархы 500 миллиард доллар аҡсаға эйә, йәғни хәҙерге беҙҙең аҡса менән 33 триллион һум бит. Был аҡсалар Үҙәк банктың резервтағы аҡсаһы һәм кешеләрҙең банкка һалған аҡсаларын бергә ҡушһаң, шул хәтлем аҡса була, ти белгестәр. Был кешеләрҙе беҙ үҙебеҙ бер ҡатлылығыбыҙ арҡаһында шулай шашындырҙыҡ. Ваучер тигән ҡағыҙ киҫәге таратып сыҡтылар ҙа, һеҙгә берәр «Волга» машинаһы тейә, тинеләр. Минең 5 ваучерға биш тин дә аҡса теймәне. Был кешеләр шул ваучерҙарҙы йыйнап, шул ҡағыҙ киҫәгенә завод, фабрикалар, ҡаҙылма байлығы булған карьерҙарҙы, приискыларҙы алдылар. Бер көн эсендә миллионер, миллиардерҙар булып киттеләр. Һаман да уларға прогрессив һалым күтәрергә уйламайҙар. Ни бары 13 % ҡына түләйҙәр. Ошо кешеләргә прогрессив һалымды 25-30 %-ҡа күтәргәндә ни саҡлы аҡса йыйылыр ине. Беҙҙең һымаҡ һуғыш йылы балаларына ла өлөш сығыр ине. Күп тә түгел: 140 миллиард һум аҡса кәрәк икән. Рәсәйҙә 21-22 төбәктә һуғыш йылы балаларына льгота бар. Ҡалған төбәктәрҙәге һуғыш йылы балалары иһә был льготанан мәхрүм. Был 21-22 төбәктең аталары һуғышҡан да, беҙҙекләр боҫоп ятҡан булып сығамы? Мәскәү ҡалаһын ғына алайыҡ. «2019 йылға ҡаланың бюджеты 2 триллион 100 миллиард һум. Табиптарҙың айлыҡ эш хаҡы уртаса 134 мең һум, уҡытыусыларҙыҡы 75 мең һум. Иң аҙ пенсия алыусыларҙыҡы 17,5 мең һум. Ҡала транспортында пенсионерҙар буш йөрөй», - ти ҡала мэры Сергей Собянин.
2019 йылға ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһы бюджеты 175 миллиард һум күләмендә билдәләнгән. Медицина өлкәһенә 36 миллиард һум бүленгән. Был аҙ, ти белгестәр. Медицина ҡорамалдары 85 %-ҡа туҙған, тиҙәр. Тиҙ ярҙам машиналары 80 %-ҡа тиклем иҫкергән. Боҙ урынынан ҡуҙғалды, ахырыһы. Яңыраҡ, ниһайәт, машиналар килә башланы. Беҙҙең районға ла 3 мәктәп автобусы, ветстанциябыҙға 3 машина тәтене. Республикаға тиҙ ярҙам машиналары ла килә башланы. Ни эшләптер Татарстанда 3 миллион, Башҡортостанда 4 миллиондан артыҡ кеше йәшәүгә ҡарамаҫтан, уларҙың бюджеттары бер үк төрлө. Мәскәүҙекен әйтеп тораһы ла түгел. Олигарх М. Фридман АҠШ, Бөйөк Британия илдәренә 450 миллиард һум аҡса күсергән. Медицина ҡорамалдары эшләтергә, дөрөҫөн әйткәндә, аҡса ла юҡ, санкцияларға эләктек. Ошо олигарх үҙебеҙҙең илгә аҡсаһын берәй төҙөлөшкәме йә башҡа нәмәгәме һалһа, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Элекке Мәскәү өлкәһенең финанс министры 14 миллиард һум сәлдергән, Франция менән Швейцариянан күсемһеҙ милек һатып алған, Мәскәүҙең Рублевка тигән ерендә хәтәр итеп коттедж һалдырған. Үҙенең шәхси самолеты ла бар. Тәүге ҡатыны АҠШ-та йәш ир менән теттереп йәшәп ята. Хәҙер ул Америка гражданкаһы. Ошо урында һорау тыуа: был финанс министрын бер ҙә тикшермәнеләрме икән ни? Ҡайҙа ҡараған урындағы депутаттар, һалым инспекцияһы, иҫәп-хисап палатаһы һәм аудит ойошмалары. Францияға рәхмәт: элекке финанс министры Алексей Кузнецовты беҙҙең илгә ҡайтарҙылар. Ә бына ҡатынын АҠШ бирмәйәсәк. Ни өсөн? Сөнки ике ил араһында килешеү юҡ.
Яҙаһы төп һүҙем шул: бер илдә йәшәйбеҙ, йәшәү кимәлебеҙ төрлөсә. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһе менән Көйөргәҙе районы сиктәш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әйбер хаҡы ныҡ айырыла. Ырымбур өлкәһендә күҙ ауырыуҙарынан ҡара ҡылауға (катарактаға) операция яһатыу бушлай һәм 5-6 көн дауаханала ашатып-эсереп ятҡыралар. Өфөлә яһатһаң, бер күҙгә кәмендә 20 мең һумыңды сығарып һалырға кәрәк. Ырымбур өлкәһендә һуғыш йылғы балаларға льгота бар. Ә беҙҙә юҡ. Газ унда арзаныраҡ. Нишләп ундай айырмалылыҡ? Баҡты иһәң, беҙ газды Ырымбурҙан һатып алабыҙ икән. Унда икмәк менән он да арзан. Ниңә улай? Беҙҙә тирмәндәр эшләмәй икән дәбаһа. Ҡайҙа булды һуң Мәләүез, Стәрлетамаҡ, данлыҡлы Дәүләкән, Өфө, Сибай тирмәндәре? Күршеләге Октябрьский ҡасабаһына барып керһәң, 5-6 пилорамала ағас бысалар. Ошо үрҙә яҙылғандар буйынса депутаттарға һорау бирҙем. Уларҙан асыҡ ҡына яуап ала алманым. Әллә мин уларҙы аңламаным, әллә улар мине аңламаны, әллә аңларға теләмәнеләрме? Белгән кеше булһа, гәзит аша аңлатып яҙыр, бәлки.