Все новости
Социаль мөхит
22 Февраля 2019, 14:42

Кәртәләнер

ППМИ тигән программа илдә киң ҡолас алды, былтыр районда бер нисә силсәүит кенә ҡатнашты, быйыл инде 12-һе лә ең һыҙғанып тотондо - Хөкүмәт аҡсаһын нисектер алып ҡалырға кәрәк.

ППМИ тигән программа илдә киң ҡолас алды, былтыр районда бер нисә силсәүит кенә ҡатнашты, быйыл инде 12-һе лә ең һыҙғанып тотондо - Хөкүмәт аҡсаһын нисектер алып ҡалырға кәрәк. Кәрәген кәрәк тә, бының өсөн программаға эләгеү мотлаҡ. Ленин силсәүите эләгербеҙ тип тулы ышаныс менән йәшәй, улар Мәмбәтҡол ауылындағы зыяратты кәртәләргә булған. Йәмғеһе 480 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ, шуның 330 меңе субсидия, 50 меңе халыҡтан, тағы ла 50 меңе спонсорҙарҙан була. Мәмбәтҡол - бәләкәй ауыл, һәр йорттан меңәр тәңкә йыйырға тура киләсәк. Аҡсалы булғас инде, өмә яһап, зыяратты үҙҙәре кәртәләп ҡуябыҙ, тиҙәр. Мәмбәтҡолдар - дәртле халыҡ, эш өмәгә генә ҡалһа, уныһын булдырырҙар, иң мөһиме программаға эләгеү кәрәк. Беҙ ҙә улар менән бергә тап шулай булырына ышанып көтәбеҙ.
Читайте нас: