Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе, яҡташыбыҙ Тимур Мөхәмәтйәнов менән район башлығы Юлай Ильясов Зәк-Ишмәттә булған саҡта, уңайҙы файҙаланып, ауылдың муллаһы Ғәли Рәхимов мөрәжәғәт итә. Ул мәсет эргәһендә урынлашҡан элекке контораның емерек бинаһының тирә-яҡты йәмһеҙләп ултырыуы хаҡында борсолоуын белдерә һәм ошо ерҙе йәмләр өсөн техника менән ярҙам кәрәклеге тураһында бәйән итә. Уның был фекерен район етәкселеге шунда уҡ хуплап ҡаршы ала һәм ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә вәғәҙә итә.
Беҙ телефон аша Ғәли мулла менән бәйләнешкә сығып, проблеманы асыҡланыҡ.
- Шул емерек бинаны һүтеп ташларға ла, урынына ағас ултыртып, кәртәләп, парк эшләргә ине. Тирә-яҡ йәмләнеп китер ине. Дин күҙлегенән ҡарағанда ла ул урын ен ояһы һымаҡ булып тора. Ауыл уртаһында бигерәк йәмһеҙ күренеш. Зәк-Ишмәттә хәҙер күбеһенсә оло йәштәгеләр. Улар менән генә был эште атҡарып сығарлыҡ түгел. Бында көслө техника, бульдозерҙар кәрәк буласаҡ. Кеше көсө генә етәрлек түгел. Шуға күрә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә тура килде. Рәхмәт инде, район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов беҙҙең мәсьәләне шунда уҡ хәл итеү юлын тапты: 15 майҙа бында оло өмә ойоштороласаҡ. Юлай Талха улы унда үҙе лә ҡатнашасаҡ. Аллаға шөкөр, был өмә Ураҙа айында ниәтләгән изге эштәребеҙҙең береһе булып тора.