Алдан яҙғаныбыҙса, үткəн шар-
шамбы көндө Зəк-Ишмəт ауылында
өмə үтте. Ауыл мəсете муллаһы Ғəли
Рəхимовтың һорауы буйынса, иман
йорто янындағы ташландыҡ бинаны
алып ташлау, тирə-яғын тəртипкə
килтереүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны
Сара алдынан Зəк-Ишмəт ауылы
советы хакимиəтендə халыҡ менəн
осрашыу үтте. Йəнле һөйлəшеүҙə
район хакимиəте башлығы Юлай
Ильясов, район хакимиəте башлығы-
ның беренсе урынбаҫары Нəүғəт
Хисмəтуллин, район Советы секре-
тары Əхəт Исламғолов, иҡтисад,
финанс һəм инвестициялар буйынса
район хакимиəте башлығы урынбаҫа-
ры Айрат Зөбəйеров, муниципаль
ер контроле буйынса баш инженер
Рөстəм Байгилдин, мəҙəниəт бүле-
ге начальнигы Рəғиҙə Нафиҡова, БР
Ер һəм мөлкəт мөнəсəбəттəре ми-
нистрлығының Көйөргəҙе районы
буйынса милек менəн идара итеү
комитетының баш белгесе Ильмира
- Хəйерле көн, Зəк-Ишмəт ауылы
халҡы. Бөгөнгө осрашыуҙа кеше кү-
берəк булырына ышанғайным, - тип
башланы һүҙен район башлығы
Юлай Талха улы. - Əммə халыҡ аҙы-
раҡ, артабан, күберəк кешелəрҙе
йəлеп итеү өсөн, бындай осрашы-
уҙарҙы ял көндəрендə үткəрһəк,
яҡшыраҡ булыр. Һеҙҙең менəн ки-
леп танышырға, аралашырға бул-
дыҡ. Проблемаларығыҙҙы бергəлəп
хəл итер өсөн урынбаҫарҙарымды ла
алып килдем. Һеҙҙең һорауҙарығыҙға
яуап биреп бөткəс, күмəклəп Рамаҙан
айында изге эш башҡарып, мəсеттең
тирə-яғын матурлап ҡуяйыҡ.
Кешенең аҙлығы зəктəргə булған
проблемаларҙы күтəрергə ҡамасау
- Таймаҫтан Михайловкаға тиклем
юлға аңлайышһыҙ бер нəмə түшəп
ҡуйҙылар, - тине ауыл старостаһы
Рал Зəйнəғəбдинов. - Был юлдан
йөрөрлөк түгел. Машина аҫтынан
таштар оса, үткəндə йə тəҙрə ваты-
ла, йə тəгəрмəс тишелə. Ундай юл
һалғансы, бөтөнлəй теймəү яҡшыраҡ
- Был мəсьəлə буйынса элекке
башлыҡ Əхəт Ҡотлоəхмəтов та өҫкə
хат яҙған булған, мин дə яҙҙым. Бый-
ылға юлдар төҙөклəндереү буйынса
план төҙөлгəн. Шулай булғас, был
мəсьəлəне килəһе йылда хəл итер-
гə тырышырбыҙ. Тəү ҡарауға еңел
генə хəл ителə торған һорау булып
күренһə лə, ҡатмарлы ғына проблема
ул. Əммə ҡулдан килгəнсə барыһын
да эшлəргə тырышырбыҙ, - тине рай-
Артабан һүҙҙе ауылы яҙмышы
өсөн битараф булмаған Рəмилə
- Клуб - ауылда күплəп кешене
йыйған, мəҙəнилеккə өйрəткəн үҙəк.
Клуб эсен матурлап ҡына тоторға ты-
рышабыҙ, əммə тыштан кергəндə үк
күңел төшə. Кəртəлəрен алмашты-
рып ҡуйырға кəрəк ине. Тəҙрəлəре
лə саҡ тора, емерелеп ҡуймаһын тип,
уны йыуырға ла ҡурҡабыҙ. Клубта
газ үтмəүе лə проблема, халыҡ мəҙə-
ниəт усағы һыуыҡ, тип сараларға
йөрөмəй, - тине Рəмилə апай.
Рəмилə ханымдың һүҙҙəренə ауыл
советы хакимиəте башлығы Илшат
Зəйнəғəбдинов та ҡушылып китте.
- Ысынлап та шулай, клуб хеҙмəт-
кəрҙəре тырышып, төрлө саралар
үткəрə, халыҡ түлəп керə. Ошо бай-
рамдарҙан йыйылған аҡсаларҙы рай-
он мəҙəниəт бүлегенə тапшыралар, ə
үҙҙəре хатта ҡəлəм менəн блокнот та
ала алмай ултыралар. Ошо ғəҙелме?
Үҙҙəренең аҡсаһын үҙҙəре тотонһа-
лар ярамаймы икəн? - тине ул.
Клуб буйынса проблемаларҙы
ла яҡшы аңлаған Юлай Талха улы,
мəсьəлəнең ыңғай хəл ителəсəген, тик
аҙыраҡ ваҡыт кəрəклеген əйтте.
Артабан мəктəп, балалар баҡсаһы
буйынса һорауҙарҙы белем усаҡта-
ры директоры Əлфиə Рəхимова
күтəрҙе. Ул Зəк-Ишмəт мəктəбенең
ишек алдына асфальт түшəү, мəктəп-
кə ремонт эшлəү, электр ҡорамалда-
рын яңыртыу, йылы бəҙрəф эшлəргə
кəрəклеге хаҡында һөйлəне. Михай-
ловка ауылындағы белем усағының
залы авария хəлендə икəнлеген бəй-
əн итте. Балалар баҡсаһында газ үт-
мəүе, йылытҡыстарҙың электрға то-
таштырылыуы, шуға белем усағының
һалҡыныраҡ булыуын да ситтə ҡал-
дырманы Əлфиə Сəйҙəш ҡыҙы.
Был һорауға яуапты иҡтисад, фи-
нанс һəм инвестициялар буйынса
район хакимиəте башлығы урынбаҫа-
ры Айрат Винер улы яуап бирҙе.
- Быйылға Зəк-Ишмəт мəктəбенə 5
млн 917 мең һумға ремонт яһау план-
лаштырылғайны, əммə əлегə конкурс
Һүҙгə ауыл муллаһы Ғəли Рəхимов
ҡушылды. Ул ауыл мəктəбенə Шəм-
сетдин Зəки исемен бирергə тəҡдим
итте һəм уның əүлиə булыуы хаҡын-
- Шəмсетдин Зəки хатта Аҡмулла-
ны уҡытҡан. Уны һис шикһеҙ күтəре-
ргə кəрəк, - тине Ғəлим мулла.
Юлай Талха улы ла Шəмсетдин
Зəкиҙең кем булыуын ҡыҙыҡһы-
нып тыңланы һəм мəҙəниəт бүле-
ге начальнигы Рəғиҙə Нафиҡоваға
килəһе йылға планлаштырылған
саралар иҫəбенə Шəмсетдин Зəки-
гə арналған сараларҙы ла керетергə
ҡушты. “Тəүҙə районыбыҙ кимəлен-
дə үткəрһəк, аҙаҡ хатта республи-
кабыҙға ла сығарырлыҡ саралар уй-
ларға кəрəк. Шəмсетдин Зəкиҙең кем
икəнлеген һəм ниндəй эштəр башҡа-
рыуын барыһы ла белергə тейеш”, -
тине Юлай Ильяов һəм Зəк-Ишмəт
ауылының исеме ҡайҙан килеп сығы-
уы хаҡында ҡыҙыҡһынды. Был ауыл-
дан сыҡҡан күренекле, ҙур эшҡыу-
арҙар тураһында һорашты. Уларҙың
исемлектəрен үҙенə яҙып биреүҙəрен
һораны, ə Юлай Талха улы ситтə
йөрөгəн зəк-ишмəттəр менəн бəйлə-
нешкə сығасағы һəм уларҙан тыуған
ауылдары өсөн ярҙам итеүҙəрен һо-
Артабан һүҙҙе хакимиəт башлығы-
ның беренсе урынбаҫары Нəүғəт
- Һеҙҙең ауылда фермерҙар ты-
рыш. Шулай ҙа замандар үҙгəрə бара,
яңы талаптарға ярашлы яңы техноло-
гиялар ҡулланып эшлəргə кəрəклеген
онотмайыҡ. Бəлки, күбеһе белмəй-
ҙер, хəҙер фермерҙар өсөн, үҙ эшең-
де башлау өсөн дəүлəттең ярҙамы,
төрлө уңайлы программалары бар.
Ҡурҡмайынса шуларҙа ҡатнашырға
кəрəк. Əгəр һорауҙарығыҙ булһа, ха-
кимиəткə килегеҙ, ҡулдан килгəнсə
ярҙам итербеҙ, - тине Нəүғəт Кəли-
- Ауылыбыҙҙағы бер фермер иген
үҫтерəм тип, 125 гектар ерҙе алды ла,
үҙе ситкə эшкə сығып китте, - тип əсе-
неп һөйлəп китте ауыл старостаһы
Рал ағай. – Был ерҙəр əрəм булып ята,
баҫыуында сүп үлəндəре үҫеп улты-
ра, ниңə ундай кешелəргə ер бирəһе-
Уны көтөүгə сығармаған малдар
мəсьəлəһе лə борсоуын əйтте.
- Быйыл был егеттең ерҙəрен тик-
шереү планға индерелгəн. Шул саҡта
барыһы ла хəл ителəсəк. Ə көтөүгə
ебəрмəй иреккə сығарылған малдар
буйынса рейд ойошторорға кəрəк.
Кемдəрҙең малын тоталар, протокол
төҙөйəсəкбеҙ һəм шул хужаға аҙ бул-
маған күлəмдə штраф һалынасаҡ, -
тине Нəүғəт Кəлимулла улы.
Бер урамдан балалар йөрөй, унан
йөрөүе ҡурҡыныс, ҡараңғы булыуы,
шунда тиҙ арала бағаналарға ут ҡуй-
ырға, юлын рəтлəргə кəрəк, тип тə
əйттелəр осрашыуҙа зəктəр.
Сходтан һуң барса халыҡ мəсет
янындағы үрҙə телгə алынған ташлан-
дыҡ бина янына йыйылышты. Ха-
кимиəттəн килгəн урынбаҫарҙар ҙа,
район башлығы Юлай Ильясов та,
“Юшатыр” гəзите лə ең һыҙғанып
эшкə тотондоҡ. Ҡулдан килгəнсə ба-
рыһы ла көс һалды. Райондың юл
ремонтлау-төҙөү идаралығы хужаһы
Юрий Шибин, үҙе ошо ауыл депу-
таты булараҡ, ҡеүəтле техника алып
килгəйне. Əлбиттə, бер көндə ба-
рыһын да эшлəп өлгөрөп булманы,
шулай ҙа күмəклəгəн яу ҡайтарған
тигəн кеүек, зəктəр был эште тамам-
Өмəнəн һуң Юлай Ильясов үҙенең
урынбаҫарҙары менəн сходта бирел-
гəн һорауҙарҙы өйрəнеү өсөн клуб,
мəктəп, балалар баҡсаһына юллан-
ды. Ул һəр проблеманы үҙе күреп та-
нышты: “Бар мəсьəлəне лə хəл итергə
тырышырбыҙ, тик ваҡыт ҡына бире-
геҙ”, - тине район башлығы зəктəр
Аҙаҡ район хакимиəте башлығы
Юлай Ильясов, уның урынбаҫарҙа-
ры менəн Зəк-Ишмəт ауыл советы
хакимиəте башлығы Илшат Зəй-
нəғəбдинов Михайловка менəн Ма-
рьевка ауылдарында ла халыҡ менəн
осрашты. Был ауылдарҙа йəшəүселəр
ҙə етəкселəргə үҙҙəрен борсоған һо-