Все новости
Социаль мөхит
24 Мая 2019, 15:17

Һорауҙар яуҙы ғына…

Районыбыҙ буйлап матур ҙа, эшлекле лә сара бара. Район хакимиәте башлығы үҙенең урынбаҫарҙары менән ауылдар буйлап халыҡ менән осраша һәм бер уңайҙан өмәләр ҙә ойошторола. Был сара Яҡшымбәт ауылы советында дауам итте.

Районыбыҙ буйлап матур ҙа, эшлекле лә сара бара. Район хакимиәте башлығы үҙенең урынбаҫарҙары менән ауылдар буйлап халыҡ менән осраша һәм бер уңайҙан өмәләр ҙә ойошторола. Был сара Яҡшымбәт ауылы советында дауам итте.

Кисә район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов Яҡшымбәттә үткән сираттағы сәфәргә үҙе менән кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Шамил Зиятдиновты, беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллинды, район Советы секретары Әхәт Исламғоловты, иҡтисад, финанс һәм инвестициялар буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айрат Зөбәйеровты, муниципаль ер контроле буйынса баш инженер Рөстәм Байгилдинды, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимованы, төҙөлөш, архитектура бүлеге начальнигы Руслан Әминовты, районыбыҙ дауаханаһы мөдире Анатолий Петрунинды, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы етәксеһе Юрий Шибинды алып килгәйне. Халыҡ менән осрашыу Яҡшымбәт мәҙниәт йортонда үтте. Унда 50-гә яҡын ауыл халҡы килгәйне. Йыйылышты Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов асты һәм халыҡты ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Юлай Талха улы: «Әйҙәгеҙ, һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ, тәҡдимдәрегеҙҙе әйтегеҙ ҙә, аҙаҡ күмәкләп эшкә тотонайыҡ», - тигәс, яҡшымбәттәр бер-бер артлы үҙҙәрен борсоған һорауҙарын яуҙыра ла башланы. Фирҙәүес Дәүләтшина: «Ауылда электрик булмауы насар. Был көлкө түгел, бигерәк тә ағас өйҙәрҙә йәшәүселәр өсөн хәүефле», - тигән фекерен әйтте. Уға район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин: «Электрикка эш хаҡы түләү район бюджетына һалынмаған. Берәй шәхси эшҡыуар был эште үҙ өҫтөнә алһа, яҡшы булыр ине», - тип яуапланы. Электрик нимәгә ул, йылына ике-өс тапҡыр эшләү өсөн тотаһыңмы уны, тигән ризаһыҙлыҡтарын белдереүселәр ҙә табылды залда. Гел киреһен һөйләй ҙә ултыраһығыҙ, тип асыуланып ҡуйҙы уларға Юнир Ирек улы. Мәктәп директоры Гөлнур Аҡһарова балалар баҡсаһының йылытыу системаһын алыштырырға кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Бының хаҡын да иҫәпләп сығарғандар, барлығы 481 мең һум аҡса кәрәк, ти ул. Шулай уҡ мәктәпкә лә капиталь ремонт талап ителә икән. 1994 йылда төҙөлгән мәктәптең 2016 йылда ғына ҡыйығын матурлап япҡандар. Ошоға тиклем унда һыу ағып торған һәм тәҙрә, стеналарҙы эшлектән сығарған. Капиталь ремонт өсөн 18 млн 581 мең һумға смета төҙөлгән. Мәктәпте кәртәләү эшен дә берәй программаға керетергә кәрәк, тип тәҡдим итте Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы. Рафиҡ Абдрахманов янғын һүндереү машинаһы кәрәклеген әйтте. Уның был һүҙҙәренә Юнир Ирек улы: «Ауыл халҡынан аҡса йыйыуы бигерәк ҡыйын. ППМИ өсөн саҡ аҡса йыйып бөттөк. Ана, эскән һыу өсөн дә түләмәйһегеҙ әле», - тигән дәғүәһен белдерҙе. Сходҡа килгәндәрҙең барыһы ла бер тауыштан: «Аҡсаны үҙебеҙ йыябыҙ», - тип ҡысҡырҙы. Юнир Сынбулатов интернеттағы «Авито» сайтынан 180 мең һумлыҡ машинаһын да ҡарап ҡуйған. «Күп аҡса түгел бит. Йыябыҙ ул уны беҙ», - тинеләр яҡшымбәттәр. Был эште Рафиҡ Абдрахмановҡа йөкмәттеләр. Юлай Талха улы ла үҙ өлөшөн индерәсәген әйтте.

- Былтыр янғын һүндереүҙә файҙаланыу өсөн махсус өс цистерна алдыҡ, - тине Нәүғәт Кәлимулла улы. - Быйыл да заявка биргәйнек, программаға берәү генә эләкте. Уныһы ла Зәк-Ишмәт ауыл советына буласаҡ. Киләсәктә ҡарарбыҙ, былтыр биргән был цистерналарҙы Отрада йә Ермолаево ауыл советы ҡулланмаһа, бәлки, уларҙыҡын һеҙгә алып биреү юлы килеп сығыр, - тине беренсе урынбаҫар. Яҡшымбәттәр барыбер аҡсаны йыйып ҡараясаҡтары, әгәр ҙә килеп сыҡмаһа, кире таратып бирәсәктәре хаҡында әйтте. Фельдшер, медсестра мәсьәләһе лә бар Яҡшымбәттә. Был һорауға районыбыҙ дауаханаһы мөдире Анатолий Петрунин яуап бирҙе.

- Күптән килә был проблема. Ул бер Яҡшымбәттә генә түгел, ә Ермолаевола ла бар. Был һорау менән баш табип Олег Астахов таныш. Ҡайтмайҙар бит эшкә, хатта 1 млн һум аҡса бирһәк тә, теләмәйҙәр, - тип әсенде. Уның һүҙҙәренә Юлай Талха улы ла ҡушылды. Олег Анатольевич менән Ырымбурҙағы медицина буйынса уҡыу йорттарында ла булдыҡ. Үҙебеҙҙең яҡташ студенттарыбыҙ менән осраштыҡ. Ысынлап та, йәштәрҙең ҙур ҡалала ҙур аҡса эшләгеләре килә. Бәлки, берәй заман ситтә йөрөп туйып үҙҙәренең тыуған яҡтарына кире ҡайтырҙар, тип өмөтләнергә ҡала.

Яҡшымбәттәрҙе күптән борсоған юл һорауы ла ситтә ҡалманы осрашыуҙа.

- Ныҡ алама беҙҙең юлдар, күпме машина сығып осто, күпмеһенең тәҙрәһе ватылды, - тип был мәсьәләне Сәлим Сәлихов күтәрҙе. - 1991 йылдан бирле вәғәҙә итәләр асфальт була тип, туйып бөттөк вәғәҙәләрҙән.

- Был - күптәндән һуҙылған проблема. Быға нөктә ҡуйырға кәрәк. Июнь айында БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ҡабул итеүгә барам. Унда һис шикһеҙ ошо һорауҙы күтәрермен. Ул да яңы, мин дә яңы эшләй башланыҡ, бер-беребеҙҙе аңларбыҙ, - тип ысҡындырыуы булды, килгән халыҡ көслө ҡул сабырға кереште, әйтерһең, уларға асфальт һалып ҡуйҙылар.

- Хоккей ҡумтаһы эсен рәтләргә, шулай уҡ свет ҡуйыу кәрәк, - тине тренер Илгиз Мораҙымов. Клубта ла йылылыҡ системаһы буйынса проблема барлығын, сәхнә бөтөнләй йылытылмауы хаҡында әйтте Фидан Булатов. Шулай уҡ янғын һүндереү сигнализацияһы булмауы ла әйтелде.

Бар яңғыраған һорауҙар ҙа яҙып алынды. “Быйыл булмаһа ла, яҡын киләсәктә хәл итергә тырышырбыҙ”, - тине Юлай Талха улы.

Сходтан һуң барыһы ла ауыл зыяратын тәртипкә килтереү буйынса өмәгә юлланды. Изге урында эш ҡайнай ине, ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов алдан уҡ бар нәмәне хәстәрләп, техникаһын да табып ҡуйған.

Артабан район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, уның урынбаҫарҙары менән Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов Түбәнге Бабалар менән Көйөргәҙе ауылдарында ла халыҡ менән осрашты. Был ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә етәкселәргә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын әйтте.

Түбәнге Бабаларға килгән түрәләр алдында ауыл халҡын борсоған 4 төп мәсьәләне ауыл старостаhы яңғыратты: фельдшер юҡ, магазин юҡ, клуб юҡ, бер нәмә лә юҡ. Юшатыр йылғаhы аша күпер ҙә юҡ. Автобус та йөрөмәй. Ю. Ильясов, иртәгә үк барыһы ла була, тип әйтә алмайым, әммә һеҙҙе ишеттем, тине.

Йылғаның яры ишелеүе, һыу ашауы Көйөргәҙе ауылының әллә ҡасанғы бәләһе. Кисә Юлай Ильясов алдында ошо һорауҙы йәнә күтәрҙеләр. Яңы башлыҡ алдында уның беренсегә яңғырауы була инде. Мәсеттең иҙәне лә эшкинмәй, сереп бөткән, намаҙ уҡыйым, тип килгән кеше ишелеп төшөп ятыуы ла бар, тәүбә-тәүбә. Клубҡа аппаратура кәрәк.

Көйөргәҙеләр мәле тура килгәндә һорау-теләктәрен әйтеп ҡалырға тырышты, бәлки, әллә ҡасандан бирле һөйрәлеп килгән ҡайһы бер мәсьәләләр сиселер, тигән өмөт ҙур уларҙа.
Читайте нас: