Все новости
Социаль мөхит
31 Мая 2019, 13:26

Кәрәк булһа, тағы килермен…

Районыбыҙ буйлап йола дауам итә. Сират Мораптал ауыл советына етте.

Районыбыҙ буйлап йола дауам итә. Сират Мораптал ауыл советына етте. Үткән шаршамбы көндө район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов үҙе менән кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Шамил Зиятдиновты, район Советы секретары Әхәт Исламғоловты, иҡтисад, финанс һәм инвестициялар буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айрат Зөбәйеровты, төҙөлөш, архитектура бүлеге начальнигы Руслан Әминовты, райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғоловты алып килеп халыҡ менән осрашты, өмәләр үткәрҙе.

Тәүҙә Аҡһары һыуһаҡлағысында өмә булды. Барыһы ла ярҙарҙағы сүп-сарҙы йыйып, тирә-яҡты тәртипкә килтергәс, Мораптал мәҙәниәт йортонда халыҡ менән осрашыу үтте. Унда 70-ләгән халыҡ йыйылды. Сход алдынан уҡ сәхнәгә өҫтәл әҙерләп ҡуйғандар, тамаҡ кибеп китһә, кемдер ҡашҡылдай башлаһа, эсер өсөн тәмле һыуы ла бар. Тик өҫтәл артына хакимиәттән береһе лә үтмәне, залда, халыҡ янында, ҡалдылар. Был күренеш халыҡ һәм башлыҡ араһында бер ниндәй кәртә булырға тейеш түгел тигәнде һәр береһенә еткерергә тырышыу булғандыр. Юлай Талха улы мөмкин тиклем халыҡты танырға, Көйөргәҙелә йәшәгәндәрҙең проблемаларын, нимә менән йәшәп ятыуҙарын ныҡлап белергә самалайҙыр тигән уй килде.

Осрашыуҙы Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеев асып, ауыл советы буйынса башҡарыласаҡ эштәрҙе барланы.

- Быйыл урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса Яҡут ауылында зыярат кәртәләнәсәк. Программаға ярашлы 240 мең һум йыйыласаҡ аҡсанан тағы 40 меңе ҡалды. Юл проблемаһын барыһы ла белә. Беҙҙең биләмәлә барлығы 26 км 500 метр оҙонлоғондағы юл бар. Ауыл советына ҡараған ауылдарҙың быйыл дүрт урамына ҡырсын түшәргә ине, ә бер урамда саҡыр-соҡорҙар ямаласаҡ. Шулай уҡ барлыҡ лампочкаларҙы ла энергия һаҡлаусыға күсерәбеҙ. Был 2-3 йылда үҙен аҡлаясаҡ. Сүп-сар проблемаһы ла юҡ түгел. Мораптал ауыл советы биләмәһендә барлығы 33 сүп түгә торған контейнер ҡуйылырға тейеш, әлегә ни бары алтау ғына бар. Шулай уҡ хәҙер ағас, үлән кеүек ҡыйҙарҙы яндырыу өсөн махсус урындар ҙа ҡарала. Кәрәкле нормаларға тап килергә, сүп-сарҙы яндырғанда ауыл һәм урман алыҫлығы ла иҫәпкә алынырға тейеш булған урындарҙы билдәләнек тә инде, - тине Аскар Исат улы.

- Бына һеҙҙең яҡтарға ла килеп еттек, - тине район башлығы Юлай Ильясов. – Район буйынса был беҙҙең өсөнсө өмә. Эштәр һеҙгә өлгө күрәһтер өсөн башҡарыла. Артабан үҙегеҙ дауам итерһегеҙ, тип өмөтләнәм. Әлбиттә, барығыҙ ҙа һыуһаҡлағыс эргәһен йыйыштырығыҙ, тип әйтмәйем, әммә үҙегеҙҙең йорт тирәгеҙҙе, урамдарҙы тәртиптә тотоуығыҙ мөһим, - тип халыҡ менән йәнле әңгәмәне башланы башлыҡ.

Мораптал халҡының һорауҙары күп, улар кем уҙарҙан үҙҙәренең проблемаларын һөйләп ҡалырға тырышты. “Ысынлап та, сүп йыйыу мәсьәләһе мең бәлә, контейнерҙарҙы ауылдан ситкә сығарып бер урынға ултыртайыҡ та шунда ғына ташыйыҡ, сүп янына ҡарауылсы ла кәрәк. Әсхәт Шәйхетдинович ай һайын 5 мең түләйем, тип тора, давай табайыҡ бер ҡарауылсы”, - тиештеләр. Башҡалар ҙа был тәҡдимде күтәреп алдылар. Камил исемле ағай өс ай үҙем бушҡа ҡарауыллайым, аҙаҡ берәйһен табырһығыҙ, тип теләк белдерҙе.

- Мәктәп директоры урынбаҫары Рәмилә Үзбәкова ла белем усағына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе һананы. Спорт залын, тамаша залына ремонт кәрәклеген, икенсе музей асасаҡтары хаҡында әйтте. Был һорауҙар буйынса смета төҙөлөүен һәм 300 мең биреләсәге хаҡында Айрат Винер улы әйтте. Мәктәп тигәндән, бында ашнаҡсы булып эшләгәндәр РАЙПО-ға ҡарай, бер ҡатын мин апрель айына 324 һум эш хаҡы алдым. Бына хәҙер түләүһеҙ отпускыға ебәрәләр, больничный ҙа түләнмәй, - тип зарланды. Иҫке Мораптал ауылындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы ата-әсәләре исеменән Рәсимә Хәйруллина һүҙ алды. Ул йәйгелеккә балалар баҡсаһын япмауҙарын һораны: “Балалар күп, Морапталға йөрөтөүе ауыр. Беҙ үҙебеҙҙең тәрбиәсебеҙ отпускыһы ваҡытында ғына ябылыуын теләйбеҙ, ә өс айға ла түгел”, - тип үҙ борсолоуын еткерҙе. Был хаҡта район башлығына хат та яҙғандар улар. “Алһыу” балалар баҡсаһы мөдире лә биналарына ремонт талап ителеүен еткерҙе етәкселәргә.

- Ауылда барыбыҙ ҙа тиерлек мал тотоп донъя көтәбеҙ. Мал һуйыу цехы юҡ, 45 км ара үтеп һуйырға алып барабыҙ, үҙебеҙҙең мал һуйыу майҙанына ярамай тинеләр, был ни эш? – тине механизатор булып эшләгән Марсель Буранов. Уның һорауына яуапты Киров хужалығы етәксеһе Дамир Байгилдин бирҙе: “Хужалыҡта мал һуйыу цехы түгел, ә майҙансыҡ ҡына. Шуға күрә, ҡуйылған талаптарға ярашлы, беҙ унда хужалыҡ малын ғына һуйырға тейешбеҙ. Ә закон талаптарына ярашлы итеп цех төҙөү өсөн аҡса кәрәк. Һин дөрөҫ әйтәһең, мал тотоусылар күп, шуға ла киләсәктә был хыялды тормошҡа ашырһаҡ, бик яҡшы булыр ине”. Рәүеф Шәймырҙан улы Намаҙғолов халыҡты ауыл хужалығына ҡағылышлы төрлө проекттарҙа, конкурстарҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Үҙ эштәрен асыусыларға төрлө программалар эшләүе, дәүләттең дә ярҙамдары булыуы хаҡында һөйләне.

Халыҡ бер-бер артлы һорауҙар бирүен дауам итте. Сираттағы һорау көтөүлек ере буйынса булды. Көтөү көтөргә көтөүлек юҡ, колхоз ерҙәре Ярмалувкаға тиклем һуҙылған, ә ер юҡ, тиеште морапталдар. Шулай уҡ Ҡалта ауылына барған юлдан грейдер үтһә, шәп булыр ине, тиеүселәр ҙә булды. Дауахана мәсьәләһе лә ҡырҡыу тора. Был һорауҙы аҡһаҡал Рәжәп Юлбарисов күтәрҙе.

- Һин, Юлай улым, нормальный малай күренәһең. 1964 йылдан бындай йәнле, халыҡсан сходты күргән юҡ ине. Күп һөйләмәйем, әммә берәй көн эргәңә барып дауахана проблемаларын аңлатып китәсәкмен.

Бөгөнөгө көндә мал ҡиммәт, ә кеше хаҡы юҡ. Һорауҙар етерлек: койкалар һаны, кадрҙар, тиҙ ярҙам машинаһы мәсьәләһе лә киҫкен тора. Үҙем тере саҡта матур балнисты күреп үлгем килә, - тине Рәжәп ағай. Залда ултырыусылар, бына исмаһам матур һорау, тип ҡул саптылар. Иҫке Мораптал халҡы, зыяратҡа барыу өсөн оҙон юл үтергә кәрәк, ти. Тураға һуҡтырып ҡына барыр инең, юлдан төшөп китеп булмай - боролош юҡ. Был федераль трасса, ә уның закондары башҡасараҡ, теләгән ерҙә теләгән урынға боролоп керҙең дә киттең түгел. Ошо мәсьәлә лә күтәрелде сходта, хакимиәт был проблеманы ныҡлап өйрәнәсәген әйтте. Барыһы ла тарала башлағас, бер бабай һорау бирҙе: беҙ хат яҙһаҡ, һеҙгә барып етерме икән? Юлай Талха улын был һорау ғәжәпкә ҡалдырҙы, ахыры: Нишләп етмәһен? - Әллә, - тине бабай, ярандарығыҙ күп, берәй ерҙә туҡталып ҡалыуы ихтимал. Был бабай донъяны апаруҡ күргән, башынан үткәнде һөйләй ахры. Вәғәҙә бирәм һәр яҙғанығыҙ миндә буласаҡ. Яҙығыҙ, кәрәк булһа, тағы ла килеп етермен, тип башлыҡ оло кешене тынысландырҙы.

Морапталдар менән эште бөтөргәс, бар делегация Яҡутҡа юлланды. Яҡуттың да бәләләре етерлек - мәҙәниәт йорттарының түбәһенән һыу үтеп тора. Шулай уҡ эргәһенә асфальт булһа, шәп булыр ине, үткән-һүткән машина саңынан тонсоғоп үлергә мөмкин, юғиһә. Һыу юҡ. Яҡуттарҙың әллә ҡасанғы бәләһе ул - ҡайһы бер йорттарға һыу барып етмәй. Баҡһаң, аҫтараҡ йәшәгән йорттар рәхәтләнеп һыу ағыҙып ҡуя ла, өҫтәгерәктәргә барып етмәй икән. Счетчик ҡуйһағыҙ, улайтмаҫтар ине, тигәс, тәүҙә аңламай торҙолар. Яҡут ауылы һыуға аҡса түләмәй, колхоз түләй. Счетчик тигәнде ишеткәс, атағатаҡ, һыу өсөн дә аҡса түләйҙәрме ни ул, тип бот саптылар (бына ҡайҙа коммунизм).

Зыяратта өмә булған, яҡуттар һыу хаҡын белмәһә лә, берҙәмлек хаҡын юғары ҡуя, татыу ғына итеп өмә яһағандар. Әйткәндәй, тиҙҙән урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса был зыярат матурлап кәртәләнәсәк.

Яҡуттан һуң сиратта - Ҡалта. Баязит Бикбай эҙҙәре ҡалған ауылда Шағир шишмәһе һыуҙарын ауыҙ иткән район етәкселеге. Шишмә һыуы шәп тә, Ҡалтала йорттарға килгән һыу менән бәлә икән. Ошо һорауҙы күтәргән халыҡ. Быныһынан тыш урамда асфальт бөттө, шуны берәй төрлө итеп рәтләп булмаймы, тигәндәр. Ырымбур трассаһында ултырабыҙ, республиканың көньяҡ ҡапҡаһы беҙ, тип маҡтанабыҙ, ә Ҡалтаның ҡайҙа икәнен дә белеп булмай - юл буйында Фәлән ауыл тигән яҙыу юҡ. Көндөҙ шәм тоҡандырып эҙләһәң дә, табырлыҡ түгел, - тинеләр ҡалталар.
Читайте нас: