Все новости
Социаль мөхит
25 Июня 2019, 13:14

Боҙ ҡуҙғалды, көтөргә ҡалды...

Кешегә ҡояш та, ай ҙа ярамай, тиҙәр бит әле халыҡта. Шуның шикелле, бар кешегә лә ярап бөтөп булмай. Әле яңыраҡ бер ауылдың сходы башланыр алдынан шундайыраҡ хәбәр ишетергә тура килде: «Асфальт булмаһа, халыҡ, асфальт юл кәрәк, ауыр машиналар үтеп-сүтеп йөрөй, саң борҡой, тын алырлыҡ түгел, тип зарлана. Асфальт һалынған юл бар икән, тағы ла ҡайһы берәүҙәр, ауыр йөклө машиналар үтә, асфальтты бөтөрәләр инде, тип илаулайҙар.

Ғөмүмән, Рәсәйҙә юл менән бәйле проблема берәй ҡасан бөтөрмө икән ул? Шулай ҙа бына әле яңыраҡ юлға бәйле яҡшы яңылыҡ билдәле булды. Яңы Муса — Таймаҫ һәм Түбәнге Бабалар -Ермолаево — Маяҡ автоюлдарына асфальт һалыу өсөн район етәкселеге БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимовҡа мөрәжәғәт иткәндәр һәм ыңғай яуап алғандар. Юлға асфальт ҡасан түшәлә башлары әлегә билдәһеҙ. Белеүегеҙсә, был юлдар республика ҡарамағында.

Шулай уҡ Ермолаево халҡының, урау юлдан Маяҡ заводына ҙур машиналар елдерә, саң-туҙан күтәрелә, тәҙрә асырлыҡ, кер йыуып элерлек түгел, тигән аһ-зарҙарын да күп яҙҙыҡ. Улар өсөн дә яҡшы яңылыҡ бар. Әле юл проектын эшләү өсөн 7 млн һум аҡса бүленгән. Быларҙың барыһы тураһында ла беҙгә район хакимиәте башлығының төҙөлөш, архитектура һәм тормош тәьминәте һорауҙары буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Әминев хәбәр итте.

Шулай итеп, яйлап булһа ла, районда юл мәсьәләһе хәл ителә башланы, тиһәң дә була. Иң мөһиме — боҙ ҡуҙғалды, хәҙер көтөргә ҡалды.
Читайте нас: