Все новости
Социаль мөхит
20 Сентября 2019, 11:30

Китәләр ҙә ҡайтмайҙар

Көйөргәҙе районында 2011 йылдан башлап халыҡтың күпләп ситкә китеүе күҙәтелә. Был эшһеҙлеккә, район кешеләренең һәйбәт эш хаҡы түләгән, балаларын уҡытыуға мөмкинлек булған ерҙәргә сығып китеү, йәштәрҙең ситкә уҡырға китеп, кире йәшәргә тыуған яҡтарына, атай нигеҙенә әйләнеп ҡайтмауы, никах, эш урынын алмаштырыу, балалары йә ата-әсәләре янына йәшәргә күсеп китеү кеүек сәбәптәр менән бәйле.

Әгәр 2008-2011 йылдарҙа райондан барлығы 155 кеше ситкә сығып китһә, 2012 йылда 374 кеше тыуған районын ҡалдырырға мәжбүр булған. Артабанғы йылдарҙа ла район халҡының ситкә китеүе әллә ни кәмемәгән. Мәҫәлән, 2017 йылда районға 983 кеше килгән, 1280 кеше сығып киткән (-297). Былтыр, 2018 йылда, иһә ситкә сығып китеүселәр һаны тағы ла күберәк: 810 кеше районға килгән, 1116 кеше ситкә киткән (-306).

Көйөргәҙе районы халҡының күбеһе күрше Күмертауға, республиканың башҡа ҡалаларына йәшәргә, эшләргә китә (80%). Шулай уҡ Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенә 32 кеше (2,3%) , Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһенә 25 кеше (1,8 %), Ырымбур өлкәһенә 51кеше (3,6 %), Төмән өлкәһенә 78 кеше (5,5 %), БДБ илдәренә 23 кеше (1,6%) юлланған.

Ф. ҒӘЛИӘСКӘРОВА,

Ермолаево ауылындағы дәүләт статистика бүлексәһенең баш белгесе-эксперты
Читайте нас: