Все новости
Социаль мөхит
24 Сентября 2019, 11:21

Тәбрикләне

Зәк-Ишмәт ауылында йәшәүсе Рафаил Хәйбрахман улы Фәтҡуллин 90 йәшлек оло юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Мәдиф улы Зәйнәғәбдинов уны йортона барып тәбрикләне. Иң изге теләктәренә ҡушып ул юбилярға иҫтәлекле бүләк тә тапшырҙы.

Зәк-Ишмәт ауылының аҡһаҡалдары, абруйлы кешеләре — Әҙеһәм Мәзит улы Хөсәйенов менән Әхмәт Әхәт улы Бәширов та был көндө Илшат Мәдиф улы ҡулынан Башҡортостандың 100 йыллығына арналған юбилей миҙалдары алып ҡыуанды.

Р. НАЗАРОВА
Читайте нас: