Ауылда йәшәүе ҡыйын, тигән булалар. Ҡайҙа нисектер, Зәк-Ишмәттә ҡыйын түгелсе. Тиҙҙән тағы ла нығыраҡ рәхәтерәк буласаҡ - бында урамға асфальт һала башланылар. Ауыл халҡы, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ, был асфальтты ныҡ түҙемһеҙләнеп көтә: бейек үксәле матур туфлиҙарҙа тыҡылдата баҫып ҡына йөрөйәсәкбеҙ, тиҙәр улар.