Күптән түгел, Маяҡ психоневрологик интернатына республика профсоюзы етәксеһе аяҡ баҫты. Рәшит Харрасов был дауалау йортонда яңы профсоюз кабинетын асты. Кигәс-килгәс, интернат менән тулайым танышты. Был сәфәрендә профосоюз лидерын интернат директоры Ринат Ибраһимов һәм ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы, параллель рәүештә Күмертау профсоюздары рәйесе Әнүәр Уразаев оҙатып йөрөнө.