Все новости
Социаль мөхит
17 Декабря 2019, 11:55

Әүҙемдәргә рәхмәт

Яңы Муса ауылында ла, күпселек һәр ерҙәге кеүек, халыҡты һыу бәләһе борсой.

Яңы Муса ауылында ла, күпселек һәр ерҙәге кеүек, халыҡты һыу бәләһе борсой. Һыу скважина торбалары иҫкергәнлектән, был проблеманы хәл итеү көн талабы ине.
- Скважина торбалары авария хәлендә булғас, 44 метр оҙонлоғондағы торбаларҙы алмаштырып ҡуйҙыҡ. Был эште Яңы Муса ауылы депутаты Миңлеғәли Әминов, старосталары Салауат Саттаров һәм Илкәнәй ауылы егеттәренең ярҙамы менән башҡарҙыҡ. Ошо эштә әүҙемлек күрһәткән барлыҡ егеттәргә рәхмәт белдерәм, - ти Илкәнәй ауылы советы хакимиәте башлығы Рөстәм Вахитов.
Читайте нас: