Все новости
Социаль мөхит
17 Января 2020, 15:15

Маҡсатыбыҙ изге

РФ Эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлексәһе начальнигы, подполковник Ринат Әбсәләмов менән уҙған осорҙа башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, әңгәмә ҡороу беҙҙең йолаға әйләнде. Бына әле лә уның менән осрашып, үткән 2019 йылдағы эштәрҙе барлап сыҡтыҡ.

РФ Эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлексәһе начальнигы, подполковник Ринат Әбсәләмов менән уҙған осорҙа башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, әңгәмә ҡороу беҙҙең йолаға әйләнде. Бына әле лә уның менән осрашып, үткән 2019 йылдағы эштәрҙе барлап сыҡтыҡ.
— Ринат Сөләймәнович, Көйөргәҙе районында былтыр ҡылынған енәйәттәргә туҡталайыҡ әле. Ниндәй төрҙәгеләре күберәк? Уларҙың барыһы ла асыламы?
— Былтыр, 2018 йылға ҡарағанда, енәйәт ҡылыуҙар 10,60 процентҡа кәмене. Район территорияһында ҡылынған енәйәттәрҙең 71,1 проценты асыҡланды.
Ә бына шәхескә ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙең артыуы борсой. Үткән йыл эсендә өс криминал үлем осрағы теркәлде, өс ваҡиға буйынса ла факттар асыҡланды. Шуныһы хафаландыра, был һан былтырғы менән сағыштырғанда берәүгә күберәк.
Урлашыу буйынса 67 эш теркәлде. Ҡылынған енәйәттәрҙең 46,9 проценты асыҡланды, был 2018 йыл менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа күберәк. Ғөмүмән, урлашыуҙарҙың күҙгә күренеп аҙайыуы шатландыра. Телефон урлауҙар буйынса 13 мөрәжәғәт булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алтауһын асыҡлай алманыҡ. Шулай уҡ мал урлау осраҡтары ла асыҡланманы. Быйыл өс мал урлау теркәлһә, былтыр был һан берәүгә күберәк ине.
Йәмәғәт урындарында ҡылынған енәйәттәр 44,8 процентҡа кәмене. Был участковыйҙарыбыҙҙың һөҙөмтәле эшләүҙәренә бәйлелер, тип уйлайым. Ярты йыл һайын эштәребеҙгә йомғаҡ яһағанда иң яҡшы участковыйҙарҙың подразделениеһына күсмә кубок тапшырабыҙ. Был уларҙың эшен һөҙөмтәлерәк итергә стимул булып тора.
- Районда кеше алдау осраҡтары буйынса хәлдәр нисек?
- Был хаҡта халыҡ араһында даими аңлатыу эштәре алып барабыҙ, кешеләр күп йөрөгән ерҙәргә плакаттар ҙа эленгән. Һеҙ ҙә гәзит биттәрендә йыш яҙаһығыҙ. Шулай ҙа халыҡ ныҡ ышаныусан, йылғырбайҙарҙың тоҙаҡтарына тиҙ эләгеп кенә баралар. Сифатһыҙ тауар алып алданған, йәки башҡа мутлыҡтарға ышанып тишек шоманға ултырған кешеләр күп. Мәҫәлән, ҡиммәтле тундарҙы арзанға алабыҙ тип, алданып тороп ҡалалар, йә булмаһа интернеттан арзанға әйбер яҙҙыралар ҙа, посылка аша килгән әйберҙәре сифатһыҙ булып сыға.
- Юл фажиғәләре, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүселәр арҡаһында килеп сыҡҡан күңелһеҙ хәлдәр буйынса ни әйтерһегеҙ?
- Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүленә. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәүселәр арҡаһында юл фажиғәләре, үлем осраҡтары килеп сыға ла инде. Шуға күрә автомобиль хужалары иғтибарлыраҡ булһындар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияларҙың артыуы күҙәтелә. Ошо беҙ байҡаған осорҙа районыбыҙ аша үткән Өфө-Ырымбур трассаһында юл-транспорт фажиғәһендә ете кеше һәләк булды, 37 кеше йәрәхәтләнде. Был йәһәттән, бәлки, тейешенсә эшләп тә бөтмәгәнбеҙҙер, әммә профилактик эштәр алып барылды. Был трассалағы юлдың сифаты яҡшы, әммә фажиғәләр ҡабатланыуы эсте бошора.
- Быға трассаның ситенә ҡуйылған тимер кәртәләр сәбәпсе түгелме?
- Эйе, был һорау буйынса хакимиәт менән дә, үҙебеҙҙең хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре менән дә кәңәшмәләрҙә һөйләшеүҙәр үткәрҙек. Был проект РФ тарафынан раҫланған. Яуаплы органдарға ошо проблема буйынса хаттар ебәрҙек, киләсәктә был һорау ыңғай хәл ителер тип өмөтләнәбеҙ. Шулай уҡ тағы юл хәрәкәте менән бәйле 15 факт регион һәм урындағы юлдарҙа теркәлде. Бында ике кеше һәләк булһа, 18 кеше йәрәхәтләнде. Беҙҙең эшләп бөтмәү тигән һүҙ генә түгел, ә урындарҙағы юлдарҙы үҙ ваҡытында тәртипкә килтермәү ҙә сәбәпсе. Юлдарҙың торошо өсөн яуаплы вазифа биләгән 254 кешегә иҫкәртеү яһалды. Шуларҙың 7-һе, беҙҙең иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмағандары өсөн, административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Административ язаға тарттырып ҡына хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеп булмай, иң тәү сиратта барыбыҙға ла руль артында айырыуса иғтибарлы, бер-береңә ихтирамлы булырға кәрәк.
- Законһыҙ рәүештә сифатһыҙ араҡы һатыусылар менән көрәш нисек барҙы?
- "Йәшел йылан" ағыуына эләгеүселәр үҙҙәренә генә түгел, бөтә йәмғиәткә хәүеф тыуҙыра. Законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеү тормошобоҙҙағы иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе булды. Быйыл районда законһыҙ рәүештә спиртлы шыйыҡса һатҡан 30 фактты асыҡланыҡ. Законды боҙған кешеләрҙән 253 литр ағыулы шыйыҡса алдыҡ. 20 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Нимәһе ҡыуандыра, элек беҙҙең ҡармаҡҡа эләккән кешеләрҙең әлеге мәлдә береһенең дә яңынан ошо кәсепкә тотонмауҙары асыҡланды.
- Ринат Сөләймәнович, енәйәтселек осраҡтарын булдырмау йүнәлешендә ниндәй эштәр башҡарыла?
- Беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең тырышып эшләүе үҙ һөҙөмтәһен бирә. Районыбыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙ-ара дуҫ һәм татыу көн итәләр. Үткән йыл эсендә экстремизм, терроризм буйынса факттар булмауы быға асыҡ миҫал. Был тарафтан граждандарға ҡурҡыныс янамай. Ә наркотик матдәле үләндәр үҫкән майҙандарҙы асыҡлау буйынса һәр ваҡыт та эш актив бара. Быйыл бындай үҫемлектәргә бәйле 5 факт теркәлде. Барлығы 2,5 кг наркотик матдәле үҫемлектәр тартып алынды. Район территорияһының дөйөм майҙаны 11 гектар булған ерҙә наркотик үҫемлектәр юҡ ителде. Был юҫыҡта мин ауыл советы башлыҡтарына рәхмәт әйтер инем, сөнки эштәрҙе улар менән бергә башҡарабыҙ. Һуңғы ваҡытта киң йәмәғәтселекте хафаға һалған снюс һатыу буйынса факттар беҙҙең районда теркәлгәне юҡ. Ғөмүмән, районыбыҙҙа енәйәтселекте киҫәтеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Енәйәттәрҙе булдырмау – полиция хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы.
- Хеҙмәткәрҙәрегеҙ хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ, кадрҙар мәсьәләһе буйынса ҡытлыҡ кисермәйһегеҙме?
- Ундай проблема һәр ваҡытта ла булды, нисек булһа ла эшебеҙҙе сифатлы башҡарырға тырышабыҙ. Уңыштарға ирешеүҙең нигеҙе – коллективтың берҙәмлегендә. Ҡылынған енәйәтте ваҡытында, оператив рәүештә асыҡлау һәр хеҙмәткәрҙең үҙ эшен яҡшы белеүенән, оҫта үтәүенән тора.
Участковыйҙарыбыҙ менән дә бер маҡсатта эшләйбеҙ. Районыбыҙҙа 10 участковый. Улар барыһы ла үҙҙәренең эштәрен тырышып башҡаралар, өлгөрҙәр. Маҡсатыбыҙ изге – районда тәртип һаҡлау, граждандарҙың тыныслығын яҡлау.
- Ринат Сөләймәнович, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Еңел булмаған яуаплы эшегеҙ һәр саҡ уң булһын, уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: