Социаль мөхит
28 Мая 2021, 11:07

Ҡояшта иркәләнеп

Район Ғаилә хеҙмәте ҡыҙҙары ике көн эштә булманы. Бөрө яҡтарына ҡуна ятырға барҙылар.

Республика турслетында ярышып, бер юлы ял итеп, ҡайттылар. Дөрөҫөрәге, әле ҡайтып ҡына киләләр, юлдан уҡ хәбәр иттеләр: шул тиклем шәп итеп ял иттек, сит илдәрең ары торһон.
Ярыштар булған. Поход йырҙары (йыр тиһәң, беҙҙекеләрҙе ҡуш), аш-һыу бешереү (бында ялан ашы булырға тейеш), туризмға ҡағылышлы башҡа ярыштар. Ермолаево социаль хеҙмәтҡәрҙәре үҙҙәре генә түгел, Башҡортостандың көнъяҡ зонаһы бер булып ярышҡан. Ҡояшта ҡыҙынып, Бөрө яҡтарының гүзәллеген хозур ҡылып, эшкә яңы көстәр туплап, ҡайтып етеп килә ҡыҙҙар.
Читайте нас