Социаль мөхит
15 Июня 2021, 05:29

"Һуғыш балалары" шатлығы

Талха Ғиниәтуллиндың "Миҙал" тигән хикәйәһе бар, унда ҡарт ветеран 9 май байрамын еткерә алмай яфалана - миҙал бирергә тейештәр. Байрамға саҡ ҡына ҡалғас, үлә лә китә. Уның үлгәнен белгәс, властар миҙалды бирмәй ҡырсына, нимәгә ул мәрхүмгә миҙал? Әбейе саҡ һорап ала, ала ла, миҙалды ҡартының усына йома, тегеһе ҡыҫып тота, ебәрмәй (тере тиерһең), шул көйө күмәләр ҡартты.

Һуғыш балалары тигән һүҙҙәр, башҡа илдәрҙә нисектер, беҙҙә ныҡ күңелгә уйылған. Инәй-бабайҙарҙың ул дәһшәтле йылдар тураһында һөйләгәнен тыңлаһаң, улай уҡ булмаҫ та тигән уй килә, күҙгә йәштәр тығыла.
Шунлыҡтан ҡот осҡос ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған олатай-өләсәйҙәр бөгөн (улар Еңеү килтергән) рәхәтлектә генә йәшәргә тейеш тип инанаһың - бөтәһе лә буш булырға тейеш, коммуналка, ял, дауаланыу... Сүпкә лә түләмәһендәр ине. Тик ысынбарлыҡта башҡасараҡ донъя, хатте Еңеү байрамында ла, ветерандарға аҡса таратҡанда, беҙҙең ил ветерандары 10 -ар мең һум алды, ә күрше Ҡаҙағстандыҡылар -170 мең һум.
Әле бына Һуғыш балаһы тигән кенәгә тарата башланылар, уны ла бөтәһе лә ныҡ көтә, әйтерһең, миҙал тағалар - ололарға иғтибарға һыуһаған, фронтта һуғышмаһа ла, тылда мең яфа кисергән улар, иғтибар уларға бик барып етмәй, күрәһең.
Талха Ғиниәтуллиндың "Миҙал" тигән хикәйәһе бар, унда ҡарт ветеран 9 май байрамын еткерә алмай яфалана - миҙал бирергә тейештәр. Байрамға саҡ ҡына ҡалғас, үлә лә китә. Уның үлгәнен белгәс, властар миҙалды бирмәй ҡырсына, нимәгә ул мәрхүмгә миҙал? Әбейе саҡ һорап ала, ала ла, миҙалды ҡартының усына йома, тегеһе ҡыҫып тота, ебәрмәй (тере тиерһең), шул көйө күмәләр ҡартты.
Шөкөр, әле һуғыш балалары барыһы ла теге донъяға китеп бөтмәгән. Улар ҙа көтә был танытманы. Бөтәһенә лә көтөп алырға яҙһын, кенәгә әллә ни нәмә бирмәһә лә, ололар өсөн ул бик ҡәҙерле.
"Юшатыр" ауыл башлыҡтарын шылтыратты, улар танытмаларҙы әле Ермолаевонан барып алманыҡ, алғас та тарата башларбыҙ тинеләр. Ә район үҙәгендә был кенәгәне ололарға тоттора ла башланылар.
Читайте нас