Беҙ Диләнең үҙенә шылтыраттыҡ:
- Былтыр Президент грантын оттоҡ, быйыл да дәрт бар ине. Мин Наталья Савенкованан һораным: нимәгә тотонайым? Ул беҙҙә логопед бар, ә ҡорамалдары юҡ тине. Бына хәҙер уның махсус өҫтәле буласаҡ. Был өҫтәл хаҡы яҡынса 380 мең һум (әлеге гранттың хаҡы- 403 130 һум). Шуныһы мөһим: башҡа ерҙәрҙә телмәре менән проблемалары булған балалар логопедҡа түләп йөрөй (сәғәте - 1 мең, 1,5 мең һум), ә Ермолаевола буш буласаҡ. Минең үҙемдең баштан үткән хәл, балам биш йәшкә тиклем һөйләшмәне, уның менән үҙемә шөғөлләнергә тура килде, әле тәтелдәп тора. Ата-әсәләр хәҙер теләгән ваҡытында Ғаилә хеҙмәтенә балаһын алып килә аласаҡ. Минең һымаҡ йортта үҙҙәре генә яфаланмаясаҡ.
Беҙ Д. Батуринаға ла, Н. Савенковаға ла ҙур уңыштар теләнек, улар менән бергә шатландыҡ (телмәре менән проблемаһы булған балалы әсәләр нисек ҡыуаныр икән?). Артабан тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә өлгәшергә булһын.