Все новости
Социаль мөхит
16 Ноября 2021, 17:00

ФАП -ҡайттыҡ тағын аптырап

- Яңы Таймаҫтағы ФАП менән хәлдәр насар, Иҫке Таймаҫтағыһы ал да гөл, - беҙгә шулайыраҡ тип әйтеп сығарғайнылар. Әйткәндәй, Яңы Таймаҫта 400-гә яҡын кеше йәшәһә, иҫкеһендә - 200- ләп кеше һанала. Ауылдар бөтә тип йәшәп ятҡан ваҡытта, халыҡ һаны ярайһы ғына.Иҫке Таймаҫтың матур тигән ФАП-ы ла бик шәптән түгел икән, бер йылы, өмә яһап, үҙҙәренсә ремонт эшләгәндәр, ҡоймаһын яңыртҡандар. Тик стеналары бында ла китеп бара икән, түбә ҡойола ла тора. 

ФАП -ҡайттыҡ тағын аптырап
ФАП -ҡайттыҡ тағын аптырап

Исеме иҫке булһа ла, Иҫке Таймаҫтың да яңыса, заманса йәшәгеһе килә.
- Баш табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, улай-былай ярҙам итә алыр, - Данил Зиннәт улы нимә тиһен, шулай тине. Һәм әлеге мәлдәге иң актуаль һорауҙы бирҙе: 

- Һеҙҙә вакцинация нисек әле? 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: