Маяҡ психоневрологик интернаты ҡанаты аҫтында Ермолаевола яңы ғына ойошторлған Социаль координаторҙар хеҙмәтен етәкләй икән дә. Ниндәй бөтмәҫ ойошмалар ул тип, түҙмәй, Нәфисә Ғәзинур ҡыҙы янына сығып киткәйнек тә.
- Беҙ 65 йәште үткәндәр һәм 18 йәштән өлкән ғәрип кешеләрҙе ярҙамға мохтажмы-юҡмы икәнен билдәләйбеҙ, - тине беҙгә яңы етәксе, - халыҡтың күбеһе белмәй беҙҙең турала, шуға өндәшәбеҙ: кем дә кем үҙен социаль ярҙамға мохтаж тип уйлай, беҙгә килһен, ғариза яҙһын. Беҙ урынға барып был кешенең хәле менән танышабыҙ, документтар йыйылғас, уға социаль хеҙмәтҡәр ебәрәбеҙ.
- Ә социаль хеҙмәтләндереү Үҙәге (Солтангәрева Лилфира) нимә эшләй, ә Ғаилә Үҙәге (Савенкова Наталья) нимә эшләй?
- Уларҙың да үҙ эше. Ғаилә үҙәге элек беҙ эшләгәнде эшләй ине, хәҙер был функцияны беҙгә бирҙеләр, уларҙа балалар ғына ҡалды.
- Улай икән.... Һеҙҙә штат нисә ул?
- Ике кеше, мин дә йәнә психолог.
- Ултырған урынығыҙ өсөн аренда хаҡын кем түләй?
- ПНИ. Әле ни машинабыҙ юҡ (ауылдарға сығырға), ни компьютерҙарыбыҙ юҡ, уларҙы өйҙән үҙебеҙ алып килеп ултырттыҡ. Тора-бара булыр тиҙәр, көтәбеҙ.
- Һеҙ Ҡаҙарма бит әле?
- Юҡ, Яманғол. Ҡаҙарма киленемен мин.
- Улай икән...