Все новости
Социаль мөхит
18 Ноября 2022, 14:56

"Таланттар сәскәһе"

Бөгөн район үҙәгенә республиканың байтаҡ төбәктәренән артистар йыйылды.

"Таланттар сәскәһе"
"Таланттар сәскәһе"
Һаулыҡтары яғынан сикләнгән кешеләр тамаша күрһәтте. Күмертау, Стәрлетамаҡ, Салауат, Учалы, Темәс, Ишембай интернаттарында тәрбиәләнгәндәр халыҡ йолаларынан торған сәхнәләштереү әҙерләгәндәр (интернаттар үҙешмәкәрҙәре араһында зональ конкурс был, "Таланттар сәскәһе" тип атала).
Беҙҙе теге көн үк саҡырып ҡуйғайнылар, башҡа берәй мәҙәни сара булһа (ысынында, бик йырлағы килеп тормай), бәлки, бармаҫ та инек, ә быныһынан баш тартырға көс етмәне. 
Әл дә барғанбыҙ! Бер ҙә махсус интернатта тәрбиәләнгән кешеләр тимәҫһең - таланттар! Сәскәләр! Рәхмәт һеҙгә, артистар, болоҡһоу көнгә ҡояш йылыһы кереткәнегеҙ өсөн. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: