Юшатыр
-15 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Спорт
31 Августа 2017, 16:08

АУЫЛ ФУТБОЛСЫЛАРЫ ЯРЫШТЫ

Яңы Морапталда үткән аҙна лаөс күрше ауыл: Аҡһары, Мораптал һәм Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе футболсылары командалары мини-футбол буйынса ярышты. Морапталдар аллабирҙеләрҙең ҡапҡаһына 8 туп индерҙе, ә ҡунаҡтар ни бары 2 туп менән генә сикләнде. Морапталдар аҡһарыларҙы ла 4:1 иҫәбе менән еңеүгә өлгәште. Ә бына Аллабирҙе футболсылары Аҡһары командаһынан көслөрәк булып сыҡты һәм уйынды 6:5 иҫәбе менән тамамланы.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Мораптал футбол командаһы 1-се, Аллабирҙенеке – 2-се, Аҡһарыныҡы 3-сө урынды яуланы.
Ауылдарыбыҙ егеттәренең ошолай үҙҙәре уйындар ойоштороп, спорт менән шөғөлләнеүҙәре ҡыуандыра. Шулай ҙа Морапталда ауыл футбол уйындарын яҡшыртыу өсөн тигеҙ футбол яланы менән тимер ҡапҡа кәрәк. Әле был юлы Аллабирҙе футбол командаһы үҙҙәре менән ҡапҡа селтәре, туп алып килгән.

Алина ИҪӘНБИРҘИНА

Фото Интернеттан алынды

Читайте нас в