Все новости
Спорт
8 Сентября 2017, 17:51

ЯБАЙ БУЛҺА ЛА БАР

Айсыуаҡта быға тиклем заман талаптарына яуап биргән спорт ҡоролмалары комплексы булманы.

Айсыуаҡта быға тиклем заман талаптарына яуап биргән спорт ҡоролмалары комплексы булманы. Шуға ҡарамаҫтан, ауылдың спортты үҙ иткән йәштәре, балалар ябай ҡоролмалар тѳҙѳп, урындағы мәҙәниәт һарайы эргәһендәге иркен генә майҙанда футбол, волейбол уйнаны, туп менән тѳрлѳ күнегеүҙәр эшләне.Улар киләсәктә сәләмәт тормош алып барыу йәһәтенән тейешле спорт объекттары барлыҡҡа килеүенә ѳмѳтләнде. Быйыл йәй аҙағында уларҙың хыялы ѳлѳшләтә бойомға ашты. Ермолаевола уңышлы эшләгән «Эшлекле урман» йәмғиәте етәксеһе Альберт Рәфҡәт улы Күсәрбаев ярҙамы менән мәҙәниәт усағы янында мини-футбол ѳсѳн тимер ҡапҡалар ҡуйылды, ике перекладина, ѳс тѳрлѳ бейеклектә турниктар ултыртылды. Ошо аҙнаның шишәмбеһендә спорт майҙансығын асыу тантанаһы уҙғарылды. Был шатлыҡлы сарала район хакимиәтенең спорт, физик культура һәм туризм буйынса комитет етәксеһе Василий Копылов ҡатнашты һәм ауыл йәштәрен, балаларҙы күренекле ваҡиға менән тәбрикләне, спорт буйынса булған мѳмкинлекте тулы ҡеүәттә файҙаланырға саҡырҙы. Василий Иванович белдереүенсә, яҡын киләсәктә бында даими рәүештә эшләүсе футбол, волейбол, каратэ түңәрәктәре ойоштороу күҙаллана. Район балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенән килгәндәрҙең күрһәтмә сығыштарын тантанаға килеүселәр ҡыҙыҡһынып та, һоҡланып та ҡараны. Мини-футбол майҙанындағы тәүге матчта балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре урындағы команданы 3:1 иҫәбе менән еңде. Был спорт менән даими шѳғѳлләнгәндәр генә уңышҡа ѳлгәшә ала тип әйтеүгә ишара ла булды.

Йәмилә РАМАҘАНОВА фотоһы

Читайте нас: