Все новости
Спорт
19 Сентября 2017, 16:17

БЕРЕНСЕ УРЫНДА - СПОРТ

Август аҙағында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров районыбыҙға эш сәфәре менән килгәндә, Павловка ауылында ла булғайны.

Август аҙағында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров районыбыҙға эш сәфәре менән килгәндә, Павловка ауылында ла булғайны. Уға ауыл мәктәбенең спорт залын төҙөкләндереүҙе һорап мөрәжәғәт ителгәйне. Зариф Закир улы был эште тиҙ арала башларға кәрәклеге, 500 мең һум тирәһе аҡса бүленәсәге тураһында әйтте.

11 сентябрҙә спорт залының ҡыйығын, йылытыу системаһын ремонтларға, ишектәр ҡуйҙырыу өсөн килешеүгә ҡул ҡуйылған. Ошо көндәрҙә Павловка мәктәбенең спорт залына капиталь ремонт эше башланды ла инде. Аҡса «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Балалар спорты» проекты буйынса федераль бюджеттан бүленгән. Әле эшселәр ҡыйыҡты ремонтлау эштәрен башлап ебәрҙе.
Читайте нас: