Юшатыр
+1 °С
Ҡар
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт
22 Сентябрь 2017, 16:46
САҢҒЫ ҮҘӘГЕ БУЛАСАҠ
Күмертауға БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй спорт мастеры, Паралимпия уйындарының 8 тапҡыр чемпионы, донъя чемпионы, Европа чемпионы Оксана Савченко килеп китте.
Күмертауға БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй спорт мастеры, Паралимпия уйындарының 8 тапҡыр чемпионы, донъя чемпионы, Европа чемпионы Оксана Савченко килеп китте.
Ул Күмертауҙың спорт менән бәйле объекттарының ниндәй хәлдә булыуын, уларҙың нисек эшләүен үҙ күҙҙәре менән күреү ниәте менән килгән. Иң ныҡ иғтибар «Шахтер» стадионына йүнәлтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был һорауҙы БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары алдында күтәрәсәге хаҡында әйтте ул.
Ҡаланың спорт объекттары менән танышҡан мәлдә, мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән дә әңгәмәләште Оксана Савченко. Балаларҙың спортта яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүҙәре өсөн ҡыуанысын белдерҙе. Эш сәфәре һуңында депутат Күмертауҙа паралимпийсылар өсөн саңғы үҙәге булдырырға кәрәк, тигән һығымта яһаны. «Киләсәктә ҡалала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн барлыҡ спорт төрҙәрен үҫтерергә кәрәк», - тине ул.
Читайте нас:
Теперь мы в Telegram
Подписывайтесь на наш канал https://t.me/yhatir
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять