Все новости
Спорт
10 Октября 2017, 15:00

СИРАТТАҒЫ ЕҢЕҮ

6-8 октябрҙә Өфөлә Спорт әҙерлеге үҙәгендә милли һәм халыҡ уйындары буйынса XXIV Республика фестивале уҙғарылды.

6-8 октябрҙә Өфөлә Спорт әҙерлеге үҙәгендә милли һәм халыҡ уйындары буйынса XXIV Республика фестивале уҙғарылды. Программала көрәш, армспорт һәм гер күтәреү буйынса ярыштар ҡаралған спорт байрамы Республика көнөнә арнап ойошторолдо. Республика райондары һәм ҡалаларынан 300-ләп кеше ҡатнашҡан фестивалдән көйөргәҙеләр ҙә ситтә ҡалманы. Бәйгелә беҙҙең спортсылар гер күтәреү буйынса 1-се урынды яулап, команда менән 2-се урынға сығып Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почет грамотаһы һәм кубок менән бүләкләнделәр.
Читайте нас: