-Шашка буйынса финалда икенсе урын алыуыбыҙға шатбыҙ. Республика буйынса XV Ауыл спорт уйындарынының дөйөм һөҙөмтәләре әлегә билдәһеҙ, шулай ҙа призлы урын яуларбыҙ тип өмөтләнәбеҙ. Элек республика буйынса төрлө спорт ярыштарында 11-се урын алһаҡ, ҡыуана торғайныҡ. Хәҙер бындай урын өсөн ныҡ ҡайғырабыҙ, сөнки һуңғы йылдарҙа районыбыҙ спорт буйынса һынатмай, һәр саҡ алда бара тиһәк тә, хата булмаҫ. 18 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Халыҡ-ара балалар үҙәге “Артек”та уҡыусылар араһында ГТО һөҙөмтәләре буйынса Бөтә Рәсәй йәйге фестиваленең финал этабы бара. Рәсәйҙең йыйылма командаһына эләгеү маҡсатында 85 төбәктән 150 мең уҡыусы көрәште. Финалда иң яҡшы ГТО һөҙөмтәләре буйынса 680 уҡыусы ярыша. Республикабыҙҙан 8 уҡыусы китте. Шулар араһында районыбыҙҙың Аҡһары мәктәбенән Аделина Байнова, Азалия Табильдина һәм Карина Маткурбановалар булыуы ҙур ҡыуаныс. Башҡортостан ҡыҙҙары һәм егеттәре Аҡһары мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Марат Сәлиҡбаев етәкселегендә киттеләр. Уларға ла еңеүҙәр яулап, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, - ти райондың спорт һәм туризм буйынса комитет рәйесе Василий Копылов.