Все новости
Спорт
31 Октября 2017, 16:47

ИҢ КӨСЛӨЛӘР ИҪӘБЕНДӘ

Күмертау спортсыһы Ильвина Насирова донъяның иң көслө 10 теннис уйнаусылары иҫәбенә инде.

Күмертау спортсыһы Ильвина Насирова донъяның иң көслө 10 теннис уйнаусылары иҫәбенә инде. Ул яңыраҡ Ханден тигән швед ҡалаһында уҙған һуҡырҙар өсөн өҫтәл теннисы буйынса Донъя Чемпионатында ҡатнашты. 14 илдән килгән 42 спортсының 5-әүһе Рәсәйҙән. Шуларҙың береһе — Ильвина. Чемпионатты ойоштороусылар Ильвина Насированы Польшаның Варшава ҡалаһында үтәсәк «ТОР 12» абруйлы турнирында ҡатнашырға саҡыра. Унда тик донъяның иң яҡшы тенниссылары ғына ярышасаҡ.
Читайте нас: