Юшатыр
-26 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Спорт
14 Ноября 2017, 19:07

КҮМЕРТАУҘАР БАШЛАП ОЙОШТОРҘО

Күмертауҙың «Юбилей» физкультура-һауыҡтырыу комплексында шәмбе көндө 14 һәм 15 йәштәге үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса республика асыҡ турниры уҙҙы.

Күмертауҙың «Юбилей» физкультура-һауыҡтырыу комплексында шәмбе көндө 14 һәм 15 йәштәге үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса республика асыҡ турниры уҙҙы.

Был ярышты ҡарарға Күмертау ҡала Хакимиәте башлығы Борис Беляев, Күмертау ҡала округы Советы рәйесе Олег Астахов, Спорт көрәше федерацияһы президенты, СССР-ҙың спорт мастеры Руслан Кулиев, БР йыйылма командаһы тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рәмил Сираев, Күмертауҙа грек-рим көрәшен тәү башлап ойоштороусыларҙың береһе Николай Калашников саҡырылған ҡунаҡ булараҡ килде.

Ярыштарҙа Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Белореттан, Бәләбәйҙән, Нефтекаманан, Октябрьскийҙан, Ишембайҙан, Салауаттан, Ағиҙелдән, Күмертауҙан, Ырымбур өлкәһенән 142 йәш спортсы ҡатнашты.

Грек-рим көрәше хәҙер ҡалабыҙҙа төп спорт төрө булып һанала, урындағы атлеттар төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеү яулай. Турнирҙа ҡатнашыусылар һаны, шуға бәйле тренерҙар составы үҫә. Һуңғы 5 йылда грек-рим көрәше буйынса турнирҙарҙа 1000-дән артыҡ спортсыбыҙ ҡатнашты. Күмертауҙа был спорт төрө буйынса 5 майҙансыҡ уңышлы эшләй.

Йәш спортсыларыбыҙ Бөтә Рәсәй, республика һәм төбәк ярыштарында еңеүҙәр яуланы, яулай. Мәҫәлән: ағалы-ҡустылы Фәҙис һәм Фәнис Вәлитовтар – РПЛИ-ның физик культура уҡытыусыһы Кәрим Ғөбәйҙуллиндың тәрбиәләнеүселәре Рәсәй беренселегендә еңеүселәр, йәштәр араһында Европа беренселегендә һәм Финляндияла Халыҡ-ара турнирҙа бронза призерҙары булдылар.

Фото ҡала Хакимиәте сайтынан

Читайте нас в