Все новости
Спорт
21 Ноября 2017, 14:18

ҠАЛА БАШЛЫҒЫ ПРИЗЫ ӨСӨН КӨРӘШТЕЛӘР

Күмертауҙа «Прометей» спорт-һауыҡтырыу комплексының 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡала хакимиәте башлығы призына бокс буйынса ярыш үтте.

Күмертауҙа «Прометей» спорт-һауыҡтырыу комплексының 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡала хакимиәте башлығы призына бокс буйынса ярыш үтте.

Өс көн буйына барған сарала Башҡортостандан һәм Ырымбур өлкәһенән килгән 50-нән ашыу спортсы еңеү өсөн бар көсөн һалды.

Ярыштың һуңғы көнөндә, 17 ноябрҙә, юбилей айҡанлы, уҙғарылған тантанала ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев, ҡала Советы рәйесе Олег Астахов, «Бокс Федерацияһы» ойошмаһы рәйесе Илфат Рәжәпов, «Газпром трансгаз Өфө профсоюз» ойошмаһы рәйесе Максим Свияжский, спортсылар, тренер-уҡытыусылар, спорт ветерандары ҡатнашты.

«Прометей» етәксеһе Ренат Хәйретдиновҡа, ҡотлауҙарға ҡушып, төрлө бүләктәр ҙә тапшырылды. Ҡала хакимиәте спорт ҡорамалдары алыу өсөн 800 мең һумлыҡ, «Газпром трансгаз Өфө профсоюз» 90 мең һумлыҡ сертификаттар бүләк итте. Бынан тыш спорт-һауыҡтырыу комплексының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттарына эйә булды.

Тантаналы өлөш ҡала башлығы призына уҙғарылған финал ярыштары һәм еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланды.

Р. ҒӘЛИЕВА
Фото ҡала хакимиәте сайтынан

Читайте нас: