Все новости
Спорт
15 Декабря 2017, 16:35

БЕҘ - БЕРЕНСЕ!

Көйөргәҙе районы спортсылары 6-сы тапҡыр 25-се ауыл спорт уйындарында 1-се урын яуланы һәм шуның менән улар беҙҙең иң яҡшы район исемен раҫланы. Ошо көндәрҙә үҙебеҙҙең еңеүебеҙ хаҡында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының приказын алдыҡ, кубогы ғына килеп етмәне әле.

Көйөргәҙе районы спортсылары 6-сы тапҡыр 25-се ауыл спорт уйындарында 1-се урын яуланы һәм шуның менән улар беҙҙең иң яҡшы район исемен раҫланы. Ошо көндәрҙә үҙебеҙҙең еңеүебеҙ хаҡында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының приказын алдыҡ, кубогы ғына килеп етмәне әле.

Ауыл уйындары программаһының 22 төрөнөң 16-һында ҡатнаштыҡ һәм үҙебеҙҙең төркөмдә 6-сы йыл рәттән еңеү яулап киләбеҙ. Беренселекте һаҡлап алып ҡалыуға ҡарағанда, еңеп сығыу күпкә еңелерәк, тип әйтер инем. Спартакиада һәр ваҡыт ныҡышмалы ярыш көрәше менән үтә. Унда көсһөҙ команда юҡ. Беҙҙең спортсыларҙың оҫталыҡ кимәле йылдан-йыл юғарыраҡ күтәрелә бара. Бер нисә йыл рәттән беҙ гер спортында лидер булып киләбеҙ. 2017 йылда гер спортсыларының иң сағыу еңеүҙәрен һанап китәйек: I урын — 25-се ауыл спорт уйындарында; I урын — Милли һәм халыҡ спорт төрҙәре республика фестивалендә; I урын — БР Мәғариф министрлығы беренселегендә. Өс I урын һәм бер III урын һәм Рәсәйгә һайлап алыу. Андрей Николаев Волга буйы Федераль округы буйынса еңеп сыҡты.

Туризм спорты буйынса ла Көйөргәҙе спортсылары БР чемпионатында II урынға сыҡты. 25-се ауыл спорт уйындарында шашка буйынса ла беҙҙекеләрҙә II урын. БР беренселегендә футбол буйынса II урын. Бассейныбыҙ булмаған хәлдә лә, башҡа бассейны булған райондарҙы үтеп, беҙҙең йөҙөүселәр III урынды яулауға иреште. Район спортсылары ГТО буйынса ла әүҙем эш алып бара, белем биреү учреждениелары араһындағы һәм ололар араһындағы ике ярышта ла I урын алды.

Был еңеүҙәрҙең барыһы ла район хакимиәте, уның башлығы Ә.Й. Ҡотлоәхмәтов, спорт комитеты, ДЮСШ, «Сокол» клубы, мәғариф идаралығы, Пионерҙар йорто һәм барлыҡ тренерҙарыбыҙҙың яйға һалынған эш һөҙөмтәһе.

Барлыҡ еңеүҙәребеҙ артында бына ошо тренерҙар тора: гер спорты — Юрий Николаев, туризм спорты — Александр Логинов, футбол — Дмитрий Балянов, шашка — Рәмил Батыршин һәм Иван Бугаев, ГТО — Марат Сәлиҡбаев. Уларға һәм барыҡ спортсыларыбыҙға оло рәхмәт әйтке килә. Бергәләшеп артабан да тағы ла оло еңеүҙәр яуларбыҙ!
Читайте нас: