Все новости
Спорт
16 Января 2018, 13:51

ҮРҘӘР ЯУЛАЙҘАР

Ҡышҡы каникулдарҙы кем нисек үткәргәндер, ә бына Күмертауҙың йәш спортсылары уны бик файҙалы итеп уҙғарҙы.

Ҡышҡы каникулдарҙы кем нисек үткәргәндер, ә бына Күмертауҙың йәш спортсылары уны бик файҙалы итеп уҙғарҙы.

9-11 ғинуарҙа Өфө ҡалаһының Дим районындағы Олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт комплексында лайт-контакт дисциплинаһындағы кикбоксинг буйынса асыҡ беренселек булды. Унда баш ҡаланың 12 мәктәбенән, Учалы һәм Күмертау ҡалаларынан балалар көс һынашты. Шулар араһынан үҙ ауырлыҡ категорияларында ағалы-ҡустылы Бағишевтар икеһе лә беренсе урын алды. Ксения Бескова менән Олег Шишканов— икенсе, Илнар Ишбирҙин өсөнсө булды. Ә 2006-2008 йылғы ҡыҙҙар араһында Камила Хәсәнова өсөнсө урын яуланы. Улар барыһы ла Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнде. Бындай уңышҡа өлгәшеү өсөн команданың тренеры Таһир Әмирйән улы Шәфиев күп көс һалды. Ул айырыуса Камила Хәсәноваға киләсәктә ҙур өмөттәр бағлай. Күмертауҙағы «Гармония» 1-се мәктәбенең 5-се класында белем алыусы тырыш, ныҡыш ҡыҙыҡайҙың, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә был спорт төрө менән ни бары ике ай ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, тиҫтерҙәре араһында ҡала кимәлендә тәүге урынға сығып, республика буйынса өсөнсө урын алыуы – ҙур ҡаҙаныш, әлбиттә.

Фото интернеттан алынды

Читайте нас: