Все новости
Спорт
30 Января 2018, 16:43

ЕЛДЕЛӘР ГЕНӘ

Күптән түгел Ермолаевоның Шотт паркында район беренселегенә саңғы буйынса ярыштар үтте. Ел әсе генә иҫеүенә ҡарамаҫтан, балалар жыйлатып елделәр. Барлығы 13 мәктәптән 180 тирәһе уҡыусы ҡатнашты ярышта, биттәре алланып, кәйефтәре күтәрелеп китте уларҙың.

Дөйөм командалар буйынса 1-се урынды Аҡһары мәктәбе алды. 2-се һәм 3-сө урындарҙы Р. Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһы менән Яҡуп мәктәбе бүлеште. Ә инде шәхси алғанда кескәйҙәр төркөмөндә Данил Фадеев (Ермолаевоның 2-се мәктәбе) менән Виктория Николаева (Аҡһары) 1-се урынға сыҡһа, өлкән кластар араһында Аҡһары мәктәбе уҡыусылары Карина Маткурбанова менән Даниел Рахманғолов алдынғылыҡты бирмәне.

Игорь ХЛОПОТОВ фотоһы

Читайте нас: