Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ғинуар 2018, 16:58

ИКЕ ҺОРАУ – БЕР ЯУАП

ГТО тигән өс һүҙ беҙҙең тормошҡа йәнә килеп инде. 2014 йылдан онотолоп барған физкультура-спорт комплексы нормаларын үтәү РФ Президенты Владимир Путин фатихаһы менән киренән башланды. Кисә район Хакимиәтендә, беҙҙең Көйөргәҙелә ГТО буйынса эштәр нисек тора икән, тигән темаға коллегия ултырышы үтте.

ГТО тигән өс һүҙ беҙҙең тормошҡа йәнә килеп инде. 2014 йылдан онотолоп барған физкультура-спорт комплексы нормаларын үтәү РФ Президенты Владимир Путин фатихаһы менән киренән башланды. Кисә район Хакимиәтендә, беҙҙең Көйөргәҙелә ГТО буйынса эштәр нисек тора икән, тигән темаға коллегия ултырышы үтте.

Хакимиәттең физкультура, спорт, туризм комитеты рәйесе Василий Копылов төп доклад менән сығыш яһаны. ГТО-ның нимә аңлатҡанын оҙаҡ төшөндөрөп арығас, урындағы хәлдәргә күсте. Беҙҙә, уның һүҙҙәренсә, спорт буйынса хәлдәр, ғөмүмән, яҡшы тора. Алты йыл рәттән республика Спартакиадаларында беренсе урын алып киләбеҙ. 515 кеше ГТО нормаларын тапшырып, 88-е алтын, 103-ө көмөш, 54-е бронза миҙал яулаған. Белгородта, Ҡырымда спортсыларыбыҙ бынамын тигән итеп сығыш яһаған. ГТО тапшырыу буйынса проблемалар ҙа етерлек, тип баллы мискәгә дегет тә өҫтәне райондың баш спортсыһы. ГТО тапшырырға теләгән кеше интернетта теркәлеү үтергә тейеш, быны барлыҡ мәктәп уҡыусылары башҡармаған, әйткәндәй, был нормаларҙы алты йәштән алып үлгәнсе тапшырырға була, шулай ҙа төп иғтибар балаларға йүнәлтелгән. Спорт ҡорамалдары ла ГТО тапшырыу өсөн иҫке, тип ысҡындырҙы докладсы. Ошо һүҙҙе әйткәненә үкенә биреп тә ҡуйҙы Василий Иванович, сөнки район башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов уны элеп алды.

- Нисек иҫкергән? Ул яңылары нисек булырға тейеш, иҫкеләрен төртөп күрһәтә алаһығыҙмы?

Ыҡ-мыҡ килде докладсы, тура ғына яуап бирә алманы.

- Ҡорамалдар кәрәк, тип берәйһенә өндәшкәнегеҙ булдымы? – аптыраған Башлыҡ ахыры ошолайыраҡ һорау бирҙе.

- Юҡ.

- Атаҡ, ату нимә тип ауыҙ күтәреп әйтеп тораһығыҙ уны? Беҙ һәр саҡ спортсыларға иғтибарлы булдыҡ, әле бына 600 пар сифатлы саңғы алдыҡ, хоккей таяҡтары алынды, ҡулдан килгәнсә бар ярҙам күрһәтелә. Тәүҙә проблеманың елегенә үтеп инегеҙ, шунан сығыш яһарһығыҙ.

Спорт мәктәбе директоры Дмитрий Баляновтың сығышы ла ярайһы позитив булды, беҙ ГТО-ны бигерәк тә сығарылыш уҡыусылары бирһен өсөн тырышабыҙ, тине ул. Сөнки юғары уҡыу йортона кергән бала ГТО биргән булһа, уға өҫтәмә ун балға тиклем мәрәй өҫтәлә.

- Ун беренсе класҡа еткәс кенә уҡыусы һәйбәт һөҙөмтә бирә алмай, иғтибарҙы беренсе кластан уҡ ныҡлы булдырырға кәрәк, - быныһында ла Әхәт Йәүҙәт улының үҙ фекере яңғыраны.

Залдағы мәктәп директорҙары, физкультура уҡытыусыларына ла өндәштеләр – һорау, тәҡдим, үтенес, ялыу бармы? Зал өндәшмәне.

Ошонда уҡ ер мөнәсәбәттәре буйынса коллегия ла булды. Шығрым тулы зал районда ГТО буйынса ғына түгел, ер менән хәлдәр нисек икәнен дә тыңлап ултырҙы.

Рөстәм Байгилдин - хакимиәттең муниципаль ер контроле баш инженеры - эште белеп, аңлап һөйләгәндәй тойолдо. Былтыр һәммәһе 32 мең объект тикшерелгән, 986 закон боҙоу осрағы теркәлгән. Хоҡуҡ боҙоу һәр ерҙә бер төрлө тиерлек: кемдеңдер ере теркәлмәгән йә хужаһы бөтөнләй юҡ. Кемдер йортон һалып ултыртҡан, ә теркәргә кәрәк икәнен онотҡан (Берәү Көйөргәҙе менән Күгәрсен райондары киҫешкән ергә, тап сик уртаһына йорт һалған. Улай-былай итеп саҡ хәл итә алғандар был проблеманы). Кемдер кәртәһен шылдырған, ә документҡа бындай үҙгәреш керетелмәгән. Бәғзеһе бер ишек алдына йәнә бер йорт - яңыһын төҙөп ҡуйған, рәсми рәүештә был йорт бер ҡайҙа ла теркәлмәгән... Ташландыҡ баҫыуҙарға ла ҡағылды Рөстәм Тәлғәт улы. Ҡайһы бер яланда үҫкән үлән кешенән бейек булып ултыра. Тәртип боҙоуҙар етерлек ер мәсьәләһендә, тик беҙ әллә ни эш ҡыра алмайбыҙ, тип яурындарын һикертте докладсы. Уға дәлил булып баш агроном Айҙар Туйгилдин торҙо, эйе, беҙҙең полномочия юҡ, өндәшәбеҙ, әрләйбеҙ, шуның менән бөттө.

Ә. Ҡотлоәхмәтов күңеленә бындай яуап ятманы, нисек бер ни эшләй алмайһығыҙ, яуапты бит беҙ бирәбеҙ, ул-был була ҡалһа, тәғәйен эш урынығыҙ бар, вазифағыҙ ҡушҡан функцияларығыҙ бар, аҡса алаһығыҙ икән, һәр бер проблеманы хәл итергә тырышығыҙ.

Эмоциональ ғына булды коллегия. ГТО менән Ерҙең уртаҡлығы юҡ һымаҡ тойолһа ла, уларҙы берләштергән нимәлер барҙыр - һәр кеше үҙ эшенә яуаплы ҡарарға, киләсәкте лә ҡайғыртырға тейеш тигән һүҙ.

А. ХАЛИҠОВА фотолары


Коллегия башында Василий Копылов ГТО буйынса алдынғы уҡыусыларҙы тәбрикләне. Өс ҡыҙ Алтын знаклы булды. Уҡыусылар барыһы ла Аҡһары мәктәбе балалары. Азалия Табылдина, Адэлина Байнова һәм Карина Матҡорбанова. Был спортсы ҡыҙҙарға РФ Спорт министры П.А. Колобков ҡултамғаһы ҡуйылған Маҡтау хаттары тапшырылды. Бер ауылдан әллә нисә шәп спортсы – ғәләмәт бит был. Көньяҡ Кореяла Олимпиада башланырға тора, беҙҙең спортсыларҙың күбеһен унда үткәрмәйҙәр, флаг та күтәрергә ярамай, гимнды ла йырларға тыйҙылар – мәсхәрә. Бына бындай ҡыҙҙар үҫеп етһә, күрһәтерҙәр ине кемгә кемлекте. Ил йөҙөнә тап төшөрмәҫтәр ине.
Читайте нас: