Все новости
Спорт
9 Февраля 2018, 14:33

КӨРӘШСЕЛӘРЕБЕҘ ШӘП

Күптән түгел Мәләүез районы Богородский ауылында Ҡышҡы олимпия уйындары – 2018-гә арналған көрәш буйынса асыҡ турнир үтте.

Күптән түгел Мәләүез районы Богородский ауылында Ҡышҡы олимпия уйындары – 2018-гә арналған көрәш буйынса асыҡ турнир үтте.

2003-2005 йылдар араһында көс һынашырға районыбыҙҙың Яҡуп ауылынан тренерҙары Самат Усман улы Туйгилдин менән Яҡшымбәт ауылынан тренерҙары Румиль Ғайсин уҡыусылары менән барҙы. Күрше-тирә район-ҡалаларҙан йыйылған алтмыштан артыҡ бәйгесе араһында үҙҙәренең ауырлыҡ категорияһында Яҡуптан Илнар Батыршин менән Йәмил Искәндәров 1-се урынды яуланы. 3-сө урынға Яҡуптан Малик Йәмилов менән Яҡшымбәттән Таһир Бикмаев сыҡты.

Яҡуп һәм Яҡшымбәт көрәшселәре 9-11 февралдә Ҡырмыҫҡалы районында үтәсәк Рәсәйгә республика буйынса йыйылма командаға һайлап алыу турында ҡатнашасаҡ. Егеттәребеҙгә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: