Все новости
Спорт
9 Февраля 2018, 16:16

РЕСПУБЛИКА ЧЕМПИОНАТЫНДА ҠАТНАША

Һуңғы йылдарҙа йәш быуынды физик яҡтан сәләмәт, рухи яҡтан көслө итеп тәрбиәләү өсөн күп эштәр башҡарыла. Был йәһәттән 2016 йылда Яҡшымбәт ауылында ла боҙ майҙансығы төҙөлдө.

Һуңғы йылдарҙа йәш быуынды физик яҡтан сәләмәт, рухи яҡтан көслө итеп тәрбиәләү өсөн күп эштәр башҡарыла. Был йәһәттән 2016 йылда Яҡшымбәт ауылында ла боҙ майҙансығы төҙөлдө.

Ауылыбыҙ йәштәре менән уҡыусылары шуға тиклем ҡалалағы кеүек боҙҙа рәхәтләнеп конькиҙа шыуырға, хоккей уйнарға хыяллана ине. Уларҙың был теләктәрен иҫәпкә алып, тиҙ арала мәктәп уҡыусыларынан «Осҡон» командаһы төҙөлдө, һәм үҫмерҙәр рәхәтләнеп сәкән һуға башланы. Спонсорҙар форма тектереп бирҙе уларға.

Былтыр был майҙансыҡ дөйөм стандарттарға ярашлы итеп ҙурайтылды һәм уйынсылар өсөн ышыҡ урын төҙөлдө. Был эштәрҙе башҡарыуҙа ауыл хакимиәте менән ата-әсәләрҙең ярҙамы ҙур булды. Команда тренеры Илгиз Мораҙымов, атайҙарҙан Дамир Исхаҡов, Фаил Һөйөнов күп көс һалды. Улар һәр уйын алдынан боҙҙоң торошон тикшереп, еүешләп, туңдырып тора. Уйынсыларҙы ярышҡа әҙерләү өсөн төрлө эштәрҙе башҡарыуҙа булышлыҡ итәләр.

«Осҡон» командаһы быйыл 2004-2005 йылғы үҫмерҙәр араһында үткәрелгән Республика чемпионатында ҡатнаша. Көньяҡ зонаға ҡараған Мәләүез, Мораҡ, Ермолаево, Яҡшымбәт командалары уйынсылары араһында аҙна һайын бик ҡыҙыу осрашыуҙар булып тора.

«Беҙ хоккей уйнауҙан бик ҙур зауыҡ алабыҙ. Саф һауала көн дә әҙерлек үткәреп, сәләмәтлегебеҙҙе нығытабыҙ һәм төрлө ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнәбеҙ, көслө, ныҡлы булып үҫәбеҙ», - ти балалар, йылмайып. Ата-әсәләр йәш үҫмерҙәр өсөн ошондай хәстәрлек күрһәткәндәре өсөн хөкүмәтебеҙгә, спонсорҙарға, тренерға, ярҙамсыларға гәзит аша оло рәхмәттәрен белдерә.

Әйткәндәй, яңы боҙ майҙансығында уҡыусылар ғына түгел, өлкәнерәк йәштәге үҫмерҙәр, ағайҙар, ауыл йәштәре лә конькиҙа йөрөй, буш ваҡыттарын файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәрәләр.

Ләйсән ҒӘЛИЕВА,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты

Читайте нас: