Все новости
Спорт
13 Февраля 2018, 14:03

МӘКТӘП ТАРИХЫНДА — ИҪТӘЛЕКЛЕ ВАҠИҒА

9 февралдә Аҡһары төп дөйөм белем биреү мәктәбендә республика буйынса 14-15 йәшлек ҡыҙҙар араһындағы волейбол ярышының зональ этабы үтте.

9 февралдә Аҡһары төп дөйөм белем биреү мәктәбендә республика буйынса 14-15 йәшлек ҡыҙҙар араһындағы волейбол ярышының зональ этабы үтте.

Стәрлебаш, Миәкә, Мәләүез, Федоровка, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондары спортсылары, тренерҙары – был көндә мәктәп барлығы 64 кешене ҡабул итте. Мәктәп директоры Рида Һибәт ҡыҙы Искәндәрованың хәстәрлеге менән ҡунаҡтар өсөн бөтә шарттар булдырылды. Мәктәп ашханаһында ҡайнар сәй, төшкө аш әҙерләнде. Көсөргәнешле ярыш алты сәғәт дауам итте. Һөҙөмтәлә Күгәрсен районы командаһы беренселекте алып, финалға үтте. Беҙҙең район командаһы составында сығыш яһаған Аҡһары мәктәбе уҡыусылары мәртәбәле ярышта ҙур тәжрибә тупланы.

Айгөл КҮСКИЛДИНА
Аҡһары ауылы
Автор фотоһы

Читайте нас: