Все новости
Спорт
16 Февраля 2018, 13:02

ИҢ АЛДЫНҒЫ ҺАНАЛАБЫҘ!

Үткән шаршамбы көндө баш ҡалабыҙ Өфөлә 2017 йылдағы һөҙөмтәләр буйынса БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһы үтте. Киңәйтелгән ултырышта 25-се ауыл спорт уйындарында юғары күрһәткестәре өсөн районыбыҙ кубок һәм грамота менән бүләкләнде.

- Спорт буйынса уңыштарыбыҙҙа һәр беребеҙҙең өлөшө ингән. Беҙҙең бар башланғыстарҙы ла һәр саҡ күтәреп алыусы район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа ҙур рәхмәт. Бергә тырышып, бер-беребеҙгә ярҙам иткәнгә лә беҙ спорт буйынса республикала иң алдынғы район һаналабыҙ һәм бының менән ғорурланабыҙ. Артабан да тик юғары һөҙөмтәләргә генә өлгәшербеҙ, Көйөргәҙелә һәр саҡ спорт сәскә атыр, тип ышанам”, - ти райондың спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Василий Копылов.

Нурзилә ХӘЙБУЛЛИНА фотоһы

Читайте нас: