Все новости
Спорт
16 Февраля 2018, 12:58

ТАҒЫ ЛА АЛЛАБИРҘЕЛӘР!

Аллабирҙе ауылы йәштәре спорт менән шөғөлләнергә ярата. Бының менән генә сикләнеп ҡалмайынса, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, хатта тәүге урындарҙы яулауға өлгәшә ауылдаштарыбыҙ.

Аллабирҙе ауылы йәштәре спорт менән шөғөлләнергә ярата. Бының менән генә сикләнеп ҡалмайынса, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, хатта тәүге урындарҙы яулауға өлгәшә ауылдаштарыбыҙ.

Аллабирҙе урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы Закир Әлим улы Әлибаев туған мәктәбендә, математика һәм физика серҙәрен генә асып ҡалмай, уҡыусыларын шахмат иленә лә әйҙәй. Уҡыусыһы Зиннур Вәдит улы менән йыл һайын Төйлөгән районы буйынса уҙғарылған спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Оҫта саңғысы, шахматсы ғына түгел, шулай уҡ Аллабирҙе футбол командаһы ағзаһы ла ул.

Пьедесталда тағы Аллабирҙе егете – Зиннур Кузбаев «Рәсәй саңғыһы» бәйгеһендә Төйлөгән районы буйынса өсөнсө урынды яуланы. Ауыл мәктәбендә физкультура дәресен алып бара, быйылғы ярышта үҙенең уҡытыусыһы – класс етәксеһе, хәҙер инде коллегаһы Закир менән бергәләп ауыл намыҫын лайыҡлы яҡланы. Афарин, егеттәр! Дәртегеҙ һүнмәһен-һүрелмәһен!

Рәсәй саңғы ярышында Аллабирҙе урта мәктәбе йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Быйыл да, 11 февралдә, Төйлөгәндә уҙғарылған ярышта әлеге егеттәребеҙ 3-сө, ә кочегар Ильяс Хисамов 2-се урынды яуланы. Ильяс Морат улының ғаиләһе – улдары Илназ менән Вилдан мәктәптең оҫта саңғысылары. Ғаилә менән йыш ҡына эштән һуң, кистәрен, саңғыла шыуалар. 2-се класта уҡыусы Фидалия ла әсәһе Ләйлә Ирек ҡыҙы менән саф һауала йөрөүҙе хуп күрә.

Закир Әлим улы саңғынан тыш уҡыусыһы, хәҙер инде коллегаһы Зиннур Вәдит улы менән футбол уйнарға ла ярата. Хәҙерге көндә аллабирҙеләрҙең футбол командаһы Төйлөгән районы буйынса барған матчта ҡатнаша.

Аллабирҙе спортсыларының сафтары үҫеүен, көсләнеүен теләйбеҙ. Ауылыбыҙҙың спорт дуҫтарына яңы еңеүҙәр, сәләмәтлек һәм илһам теләйбеҙ

Сания КУЗБАЕВА,
Аллабирҙе урта мәктәбе директоры.
Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы

Читайте нас: