Үткән шәмбе көндө район хакимиәте башлығы призына саңғы ярышы үтте. Күркәм сараны йыл да олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала. Саңғы уҙышына быйыл төрлө йәштә булған 220-нән ашыу кеше сыҡты.
Ярышта барлыҡ ауыл биләмәләре, мәктәптәр, ойошма, предприятие вәкилдәре ҡатнашты. Ғөмүмән әйткәндә, район етәкселегенең дә ошондай спорт ярыштарының уртаһында ҡайнауы йылдан-йыл спорт сараларының абруйын күтәрә, мәртәбәһен арттыра. Саңғысыларҙың күплеген иҫәпкә алып, ярыш йәш буйынса бер нисә категорияға бүлеп үткәрелде. Спортсылар араһында иң өлкәне булған 77 йәшлек И. Герасимов бабайҙың дәрт-дарманына һоҡланып, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов өп-өр яңы саңғы комплекты бүләк итте. Ә иң бәләкәй саңғысы Илкәнәй ауылынан Илнур Иҙрисов ине. Беренсе, икенсе урындарҙы Аҡһары мәктәбе алды, өсөнсө урын - 2-се һанлы Ермолаево мәктәбендә. 600-ҙән ашыу бала уҡыған 1-се һанлы Ермолаево урта мәктәбендә призлы урындар юҡ. Был уларҙы ла, башҡаларҙы ла уйландырмай ҡалдырманы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, еңеүселәргә район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Үҙ йәштәре араһында 1-се урынды яулаусылар:
Айнур Сәлиҡбаев (Аҡһары),
Аделина Байнова (Аҡһары),
Максим Устьянцев (Кумертау),
Екатерина Лебединцева (Ермолаево),
Альберт Ишкинин ( Ермолаево),
Гөлшат Туйгилдина (Яҡуп),
Алексей Кувайцев (Бөгөлсән),
Камила Аҡсурина (Аҡһары),
Алексей Сиражетдинов (Ермолаево),
Регина Байғотлина (Таймаҫ),
Станислав Семенов (Ермолаево),
Камила Бикҡужина (Бөгөлсән),
Рафаэль Аҡсурин (Аҡһары),
Рафаэль Аҡсурин (Аҡһары),
Ольга Алексеева (Керәүле-Илюшкин),
райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдин (Мораптал).