Үткән аҙнала Яҡуп мәктәбендә яугир-интернационалист Рафиҡ Сиражетдинов иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса X асыҡ турнир үтте. Бәйгелә Мәләүез районы һәм ҡалаһы, Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе районы көрәшселәре ҡатнашты.
Үҙҙәренең ауырлыҡ категорияһында 1-се урынды Яҡуп ауылынан Йәмил Искәндәров менән Малик Емилов (тренерҙары Самат Туйгилдин), Яҡшымбәттән Нияз Әхтәмов менән Таһир Абдуллин (тренерҙары Румил Ғайсин), Күмертауҙан Ғәли Турошев менән Алмаз Кирәев (тренерҙары Әсхәт Шәрипов), Мәләүез районынан Булат Ҡолвданғәлиев, Марсель Фәйзуллин (тренерҙары Илфат Байсурин).
Һәр призлы урын яулаусы батырҙарға яугир-интернационалист Рафиҡ Сиражетдиновтың апалары: Межгорье ҡалаһынан Нәсимә һәм Өфө ҡалаһынан Гөлсөм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов Күмертау һәм Мәләүез командаларына, шулай уҡ милли көрәш беренселеген ойошторғаны өсөн Самат Туйгилдинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- 10-сы тапҡыр беҙҙең мәктәптә ойошторолған асыҡ турнирҙы үткәреүҙә ярҙам итеүсе “ЮжУрал-Ойл” холдинг компанияһының генераль директоры Зиннур Исхаҡовҡа, Берҙәм хужалыҡ хеҙмәте етәксеһе Вадим Закировҡа, шәхси эшҡыуарҙар Фәнис Кинйәкәевҡа, Рим Бәшировҡа, фермер Булат Еленкинға, Яҡшымбәт ауыл советы депутаты Рәмил Яйҡаровҡа ҙур рәхмәттәремде еткерәм, - ти Яҡуп мәктәбе директоры, сараны ойоштороусы Самат Усман улы.