Все новости
Спорт
13 Марта 2018, 16:56

АБСОЛЮТ ЧЕМПИОНДАР!

9-11 мартта Көйөргәҙе районы спортсылары командаһы Марат Булат улы Сәлиҡбаев етәкселегендә Ағиҙел ҡалаһында Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормаларын үтәү (ГТО) буйынса Бөтә Союз физкультура-спорт комплексының республика буйынса финал ярыштарында сығыш яһап, Башҡортостан буйынса иң тәүге урынды яулап, абсолют чемпион булып ҡайтты. Шуны ла әйтергә кәрәк: ҡышҡы фестивалдә көйөргәҙеләр 3-сө йыл рәттән беренсе урынды яулай.

Алты кешенән торған командаға райондың иң көслө спортсылары булған Аҡһарынан — Злата Тарасова, Карина Матҡорбанова, Максим Тарасов, Вика Николаева, Глеб Янтураев һәм Таймаҫтан Айсыуаҡ Бикмөхәмәтов һайлап алына. Уларҙың һәр береһе үҙ йәш категорияһында төрлө урындар яуланы. 13-15 йәшлек ҡыҙҙар араһында Карина 3-сө, малайҙар араһында Максим 2-се урынға сыҡты. 11-12 йәшлек ҡыҙҙар араһында Вика 1-се, малайҙар араһында Айсыуаҡ 2-се урын яуланы. 9-10 йәшлек малайҙар араһында Глеб 2-се урынға эйә булды. Ошо егет һәм ҡыҙҙарҙан торған команда барлығы 2204 мәрәй йыйып, республиканың барлыҡ райондарынан һәм ҡалаларынан килгән спортсыларҙы уҙып китеп, көсөргәнешле ярышта иң тәүге урынды алыуға өлгәшә. Беҙ уларҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ һәм артабан да шулай тик яҡшы һөҙөмтәләргә генә ирешеүҙәрен теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: