Все новости
Спорт
20 Марта 2018, 13:21

ӨЛГӨ БУЛЫП ТОРА

Күмертауҙа 2008 йылда тыуған һәм унан кесе мәктәп уҡыусылары араһында «Олимпия ышаныстары»тип аталған саңғы ярышы буйынса беренселек уҙҙы.

Күмертауҙа 2008 йылда тыуған һәм унан кесе мәктәп уҡыусылары араһында «Олимпия ышаныстары»тип аталған саңғы ярышы буйынса беренселек уҙҙы. Унда ҡаланың 8 мәктәбенән 106 уҡыусы ҡатнашты. Малайҙар араһынан беренсе урынды 1-се гимназия уҡыусыһы Асҡар Мозафаров алһа, ҡыҙҙар араһында 13-сө мәктәп уҡыусыһы Ильнара Файзалиеваға етеүсе булманы. Дөйөм команда зачетында 1-се урынды 1-се гимназия, 2-се урынды 6-сы мәктәп, ә 3-сө урынды 13-сө мәктәп яуланы.

М. Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башланғыс мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Ильнара Файзалиеваның был тәүге еңеүе түгел. Ильнара спортҡа 4 йәштә үк килә. Иң тәүҙә ул бассейнда йөҙөү менән шөғөлләнә. 5 йәштән аэробика түңәрәгенә лә яҙыла. Ә 2-се класта инде ул, быларҙың барыһына өҫтәп, тағы ла саңғы спорты менән дә ҡыҙыҡһына башлай. Шулай уҡ тырыш ҡыҙ художество мәктәбенә йөрөргә лә өлгөрә.

«Түңәрәктәрҙең барыһына ла үҙем теләп йөрөйөм. Яратҡан спорт төрҙәре түңәрәктәренә һәм художество мәктәбенә мине әсәйем Гөлнара Рафиҡ ҡыҙы Файзалиева йөрөтә. Әсәйем гелән үҙ ваҡытын бүлеп, мине үҙе машинала йөрөтмәһә, мин, бәлки, был түңәрәктәрҙең барыһына ла йөрөп өлгөрмәҫ тә инем. Шуға ла мин үҙемдең һөйөклө әсәйемә шул тиклем рәхмәтлемен. Шулай уҡ мине әҙерләгән тренерым Рима Малик ҡыҙы Мостафинаға, мине һәр ваҡыт аңлап торған, яҡшы белем биргән уҡытыусым Вәсилә Ким ҡыҙы Ғәбитоваға рәхмәт әйткем килә, - ти мәктәптә лә «4» һәм «5» билдәләренә генә өлгәшкән Ильнара Файзалиева.

Ильнараның барлыҡ еңеүҙәрен һанап та бөтөрлөк түгел. Яңыраҡ ҡына Ағиҙел ҡалаһында үткән ярышта үҙ йәштәштәре араһында ул ГТО буйынса, Төйлөгәндә үткән йөҙөү буйынса ярыштарҙа ул беренселекте яулап ҡайтты. Художество мәктәбендә лә уңыштары байтаҡ. Һәр яҡлап өлгәшкән ҡыҙ тиҙҙән Өфөгә Ю.Гагарин исемендәге кубок республика олимпиадаһына физкультура буйынса ярышҡа әҙерләнә. Элекке йыл был ярышта ул республика буйынса 3-сө урынды алып ҡайтҡайны. Ильнараны бик күп уҡыусыларға өлгө итеп ҡуйырға була. Ваҡытты дөрөҫ бүлә белһәң, бар ергә лә өлгөрөргә була икәне, тырышһаң, бар нәмәгә өлгәшеп була икәне уның миҫалында ғына ла бик асыҡ сағыла.
Фото ғаилә архивынан
Читайте нас: