7 апрелдә Ермолаеволағы «Сокол» физкультура-һауыҡтырыу комплексында көрәш буйынса Республика асыҡ турниры үтте. Был йолаға һалынған бәйге яҡташыбыҙ, Рәсәй чемпионы Иршат Исмәғилев иҫтәлегенә үткәрелде.
Көрәштә барлығы 12 команда көс һынашты: Күмертау ҡалаһынан, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлебаш, Дәүләкән, Федоровка райондарынан килгән батырҙар һәм беҙҙекеләр. Көйөргәҙе командаһында Яҡшымбәт һәм Яҡуп баһадирҙары булды. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Стәрлебаш районы алды, беҙҙең баһадирҙар икенсе урында, ә өсөнөсө почетлы баҫҡысты Күмертау ҡалаһы биләне.