Все новости
Спорт
13 Апреля 2018, 17:31

ҠЫҘҘАРЫБЫҘ АЛ БИРМӘЙ

Күмертау психоневрология интернаты базаһында уның директоры Ринат Ғәфүр улы Ибраһимов етәкселегендә коньяҡ зона психоневрология интернаттары хеҙмәткәрҙәре араһында волейбол буйынса ярыш үтте.

Күмертау психоневрология интернаты базаһында уның директоры Ринат Ғәфүр улы Ибраһимов етәкселегендә коньяҡ зона психоневрология интернаттары хеҙмәткәрҙәре араһында волейбол буйынса ярыш үтте. Спорт сараһы был һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының филиалы урынлашҡан Күгәрсен районының Йомағужа ауылында ойошторолдо. Унда барлығы алты команда ҡатнашты. Ярыш Ғаилә йылына арналды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған командалар араһындағы уйындарҙа Стәрлетамаҡ командаһы беренсе, күмертауҙар икенсе, учалылар өсөнсө урынды яуланы. Еңеүселәр кубоктар, грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Фотоға: Күмертау командаһы ҡыҙҙары, тырышҡас, һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәште.


Лилиә АКИМОВА

Күмертау ҡалаһы

Олеся ВОЛКОВА фотоһы
Читайте нас: