Все новости
Спорт
17 Апреля 2018, 13:48

ИЛЛЕНӘН ҮТКӘНДӘР ҘӘ ҺЫНАТМАНЫ

Үткән шәмбелә Ермолаевоның «Юбилейный» физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә Космонавтика көнөнә арналған 50 йәштән өлкәндәр араһында волейбол буйынса асыҡ турнир уҙҙы. Ярышта ҡатнашыусыларҙы район Советы секретары Әхәт Исламғолов сәләмләне.

Уйын бик ҡыҙыу барҙы. Командаларҙың барыһы ла еңеү өсөн көрәште. Уларҙың уйынын ҡарап тороу — үҙе бер кинәнес ине. Шулай итеп турнир йомғаҡтары буйынса иң көслө тип Күмертау командаһы танылды. Икенсе урынға Шәбағыш ауыл советы командаһы лайыҡ булды, ә Ермолаево ауыл советы спортсылары өсөнсө урынға сыҡты. Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, дипломдар менән бүләкләнде.
Фото район хакимиәте сайтынан
Читайте нас: