Все новости
Спорт
4 Мая 2018, 12:31

ТАНАУҘАРЫ ТӨШМӘНЕ

Быйыл беҙҙең ил футбол буйынса чемпионат үткәрә. Бик ҡаты һуғышып, талашып-әрләшеп алдыҡ был чемпионатты. Хәҙер уны түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ – ҡалайыраҡ уйнар икән беҙҙекеләр, әпәт әҙәм мәсхәрәһе булырмы әллә әҙәмсә итеп уйнай алырмы?

Пока чемпионатты көткән арала беҙҙең яҡ егеттәре мини футбол буйынса ярыша. Үткән ай аҙағында Аллабирҙе ауылы Күмертау, Төйлөгән, Яңы Мораптал, Благодарное спортсыларын йыйып, үҙенсә чемпионат үткәрҙе. Донъя кимәлендәге ярыш булмаһа ла, бик ҡыҙыу барҙы уйын, араларында Марадонна, Пеле, Месси, Зидан, Роналдулар ҙа күренгеләп ҡалды. Иң шәп уйынсылар тип Төйлөгәндән Михаил Бабков, Аллабирҙенән Максим Зубков, Вилен Мәмбәтов, Күмертауҙан Руслан Хафизов танылды.

Ҡаланыҡыларҙың күнекмә шәпме икән, командалар араһында күмертауҙар беренсе урынды яуланы.

II урын – Төйлөгән, III урын – Яңы Мораптал, IV урын – Благодарное, V урын – Аллабирҙе.

Иң аҙаҡҡы урынды алһалар ҙа, танауҙары төшмәне аллабирҙеләрҙең. Шуныһы ғына шомландыра: Рәсәй ҙә башҡа илдәрҙе үҙ йортонда ҡабул итәсәк, Аллабирҙенән күрмәксе, улар ҙа аҙаҡҡы урында тормаһалар ярар ине. Футболда ҡунаҡтың күңелен күреү тигән нәмә булмаҫҡа тейеш.
Читайте нас: