Районда Урындағы үҙидара көнөнә арнап волейбол буйынса ярыштар булғайны. Унда барлығы 12 ауыл советынан 12 команда көс һынашты. Ошо көндәрҙә бер нисә ай буйы уйнаған волейболдың финалы үтте. Көсөргәнешле ярышта өсөнсө урынға Ленин ауыл советы сыҡһа, икенселә - Ермолаево. Ә иң тәүге урынды Мораптал ауыл биләмәһе береһенә лә бирмәне. Кисә район хакимиәтендә ошо өс ауыл хакимиәттәрен бүләкләү булды.