Все новости
Спорт
21 Сентября 2018, 14:21

ХОККЕЙСЫЛАР ЭШ БАШЛАЙ

19 сентябрҙә Күмертау ҡалаһында ноябрҙә асыласаҡ «Сапсан Арена» боҙ һарайына йәш спортсыларҙы хоккей секцияһына йыйыу буйынса ата-әсәләр йыйылышы үтте. Бында 200-гә яҡын ата-әсә ҡатнашты.

19 сентябрҙә Күмертау ҡалаһында ноябрҙә асыласаҡ «Сапсан Арена» боҙ һарайына йәш спортсыларҙы хоккей секцияһына йыйыу буйынса ата-әсәләр йыйылышы үтте. Бында 200-гә яҡын ата-әсә ҡатнашты. Ата-әсәләр йыйылышында һәр кем үҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙы биреү мөмкинлеге алды.

Хоккей секцияһына 5 йәштән алып малайҙарҙы һәм шулай уҡ ҡыҙҙарҙы ла алалар. Әлеге көндә был секцияға 130 бала яҙылған да инде. Шуларҙың 10-ауһы — ҡыҙҙар. Әлеге көндә бында хоккей буйынса ике тренер килгән: Ермолаевонан Александр Антольевич Соколов һәм Мәләүездән Василий Владимирович Орешин.

Был хоккей секцияһы түләүлеме, кейемдәре ҡыйбатмы, фигуралы шыуыу буйынса секция буласаҡмы, тигән һорауҙар менән беҙ Александр Соколовҡа мөрәжәғәт иттек. Ул:

- Дүшәмбенән башлап, «Сапсан Арена» асылғанға тиклем, беҙ балалар менән аҙнаһына 3 тапҡыр 5-се мәктәптә шөғөлләнәсәкбеҙ. Фигуралы шыуыу секцияһына әле тренер таба алмайбыҙ. Шуға унда балалар йыймайбыҙ әлегә. Хоккей секцияһы түләүле буласаҡ. Бында шөғөлләнеүсе балалар йәш категорияһына ҡарап, айына 800 һумдан алып 1000 һумға тиклем аҡса түләйәсәк. Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев балаларға махсус кейем-һалым алыу өсөн спонсорҙар табырға, төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ, тине. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн төрлө ташламалар буласаҡ. Йыйылышта ата-әсәләр әүҙем ҡатнашҡаны өсөн беҙ бик шатбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ Күмертауҙа Олимпия уйындарының спорт төрө — ХОККЕЙҙың ҙур үҫеш алыуына ныҡ ҡыуанабыҙ, - тине.

Беҙ ҙә, тиҙҙән ҡалала Боҙ һарайы асылып, унда бик күп яңы хоккейсыларыбыҙ үҫеп сығыр һәм Күмертау спортсылары бар донъяға билдәле булыр, тигән ҙур ышаныс менән йәшәйбеҙ.
Читайте нас: