Все новости
Спорт
25 Сентября 2018, 14:43

ҺӘР ЕҢЕҮСЕГӘ - БҮЛӘК

Үткән шәмбе Ермолаевоның паркында район хакимиәте башлығы призына йүгереү буйынса ярыштар үтте.

Үткән шәмбе Ермолаевоның паркында район хакимиәте башлығы призына йүгереү буйынса ярыштар үтте. Ғаилә йылына арнап үткәрелгән сарала барлығы 382 кеше ҡатнашты.


Бәйгене, башҡаларға өлгө күрһәтеп, етәкселәр башланы. 500 метрға йүгереп 1-се урынға Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Ворошилов һәм Алина Абуҡаева сыҡты. Артабан иң йәш спортсылар 200 метрға ярышты. Улар араһында беренселекте Бөгөлсәндән Андрей Потапов, Ермолаевонан Дарья Юдина һәм Аҡһарынан Виктория Николаева алды. Ә өс кенә йәшлек Аэлина Ғайсина (Яҡуп) менән Максим Ежов (Ермолаево) та 1–се урынды яулап ҡыуандылар. Ғаиләләр араһында ла старттар булды. Рахманғоловтар (Свобода) һәм Ғәниевтарға (Ермолаево) етерлек ғаилә булманы.

Ярышта район хакимиәте башлығының бүләгенә Андрей Русаков (Зәк-Ишмәт), Ольга Алексеева (Керәүле-Илюшкин), Венер Самарбаев (Ермолаево), Анастасия Поляева ( Яңы Таймаҫ) лайыҡ булды. Бәйгелә һәр еңеүсегә иҫтәлеккә грамота һәм аҡсалата бүләк тапшырылды.

Үҙ йәштәрендә 1-се урын яулаусылар:

Андрей Русаков (Зәк-Ишмәт);

Анастасия Поляева (Яңы Таймаҫ);

Венер Самарбаев (Ермолаево);

Юлиә Хәлилова (Свобода);

Румил Ғайсин (Яҡуп);

Фәнүзә Ғәниева (Ермолаево);

Алексей Фадеев (Ермолаево);

Зоя Балакина (Ермолаево);

Айҙар Туйгилдин (Яҡуп ауылы);

Ольга Алексеева (Керәүле-Илюшкин);

Булат Урманбәтов (Шәбағыш);

Зилара Ғәббәсова (Керәүле-Илюшкин).
Читайте нас: